YouVersion Logo
Search Icon

ІІ Коринҫостарға 1

1
1Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан һәм имандашыбыҙ Тимоҫеустан Алланың Коринҫостағы имандаштар берҙәмлегенә, шулай уҡ тотош Ахая өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм. 2Һеҙгә Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын.
Аллаға шөкөр итеү
3Һәр яҡлап йыуатыусы Аллаға һәм шәфҡәтлелек күрһәтеүсе Атаға – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы һәм Атаһына дан! 4Алла беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата. Шуға күрә Ул беҙгә биргән йыуаныс менән үҙебеҙ ҙә һәр төрлө ҡайғылары булғандарҙың күңелен күтәрә алабыҙ. 5Беҙҙә Мәсих ғазаптары арта барған һайын, Уның аша йыуанысыбыҙ ҙа арта. 6Ҡайғырабыҙ икән – был һеҙҙең йыуаныуығыҙ һәм ҡотолоуығыҙ өсөн; йыуанабыҙ икән, был йыуанысығыҙ өсөн булыр. Ә был беҙгә кисерергә тура килгән ғазаптарҙы һеҙгә лә түҙемлек менән кисерергә көс бирә. 7Һеҙгә ныҡ өмөтләнәбеҙ, сөнки ғазаптарҙы нисек уртаҡлашһағыҙ, йыуанысты ла шулай уртаҡлашҡанығыҙҙы беләбеҙ.
8Имандаштар, Асия өлкәһендә кисергән михнәттәребеҙ тураһында белеүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙ түҙгәндәр көс етмәҫлек һәм сиктән тыш ауыр ине, хатта иҫән ҡалыуға ла өмөтөбөҙҙө юғалтҡайныҡ. 9Үҙебеҙгә түгел, ә үлгәндәрҙе терелтеүсе Аллаға таянырға өйрәнер өсөн, беҙ үҙебеҙҙе үлемгә хөкөм ителгәндәр кеүек хис иттек. 10Алла беҙҙе үлем дәһшәтенән#1:10 Дәһшәт – руссаһы: ужас. ҡотҡарҙы һәм тағы ла ҡотҡарасаҡ әле. Киләсәктә лә ҡотҡарасағына ышанып, Уға өмөт бағлайбыҙ, 11тик ҡылған доғаларығыҙ менән һеҙ ҙә беҙгә ярҙам итеп тороғоҙ. Шул саҡта күптәр, доғаларына яуап итеп, беҙгә мәрхәмәтле булғаны өсөн, Аллаға рәхмәт уҡыр.
Паулустың ниәттәренең үҙгәреүе
12Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө. 13-14Беҙ бит һеҙ уҡый һәм аңлай алған нәмәләрҙе генә яҙабыҙ. Беҙҙе өлөшләтә аңлайһығыҙ инде, ә мин тулыһынса аңлауығыҙға өмөт бағлайым. Шул саҡ, һеҙ беҙҙең ғорурлығыбыҙ булған кеүек, Раббыбыҙ Ғайса килгән көндә беҙ ҙә һеҙҙең ғорурлығығыҙ икәнлеген аңлаясаҡһығыҙ.
15Сәйәхәтем башында янығыҙға ошондай ышаныс менән барырға теләгәйнем. Шулай Алла фатихаһын һеҙгә ҡабатлап тапшырыр инем. 16Һеҙҙең аша – Македония өлкәһенә, Македониянан тағы һеҙгә килергә һәм һеҙҙең ярҙамығыҙ менән Йәһүҙиәгә барырға ниәтләнгәйнем. 17Әллә бындай ниәт ҡороп, уйламайынса эш иттемме? Йә донъя кешеһе кеүек бер үк ваҡытта «эйе» лә, «юҡ» та тип әйтәмме? 18Алла тоғролоғо хаҡ булған кеүек, һеҙгә тәүҙә «эйе», аҙаҡ «юҡ» тип әйтмәйбеҙ. 19Беҙ, йәғни мин, Силуан һәм Тимоҫеус һеҙгә вәғәзләгән Алла Улы Ғайса Мәсихтә бер юлы «эйе һәм юҡ»ҡа урын юҡ, Унда «эйе» генә бар. 20Сөнки Алла тарафынан бирелгән бөтә вәғәҙәләр Ғайса Мәсихтә «эйе» тип раҫлана. Шуға күрә Алланы данлау өсөн беҙ әйтә торған «амин» да Уның аша әйтелә. 21Алла һеҙҙе һәм беҙҙе Мәсихтә Үҙе нығыта. Ул, беҙгә зәйтүн майы һөртөп, 22Үҙ мисәте менән тамғаланы, беҙгә биреләсәк нәмәләр өсөн йөрәктәребеҙгә ышаныслы билдә булараҡ Изге Рухын бирҙе.
23Әгәр дөрөҫөн әйтмәһәм, Алла үҙемде һәләк итһен: мин Коринҫосҡа һеҙҙе ҡыҙғанғанға күрә бығаса барманым. 24Был иһә иманығыҙ өҫтөнән хакимлыҡ итәбеҙ тигән һүҙ түгел, киреһенсә, беҙ, шатланыуығыҙҙы теләп, һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ: сөнки һеҙ иманығыҙҙа ныҡ тораһығыҙ.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

Video for ІІ Коринҫостарға 1