І Тимоҫеусҡа 6
6
Ҡолдар һәм хужалар
1Алла исеме һәм тәғлимәтебеҙ хурланмаһын өсөн, ҡоллоҡ иҙеүе аҫтындағылар үҙ хужаларына оло ихтирам менән ҡарарға тейеш. 2Хужалары иманлы булған осраҡта, имандаш әле тип, ҡолдарҙың уларға хөрмәте кәмерәк булмаһын, киреһенсә, тағы ла яҡшыраҡ хеҙмәт итһендәр, сөнки хеҙмәттәренең мәнфәғәтен күреүсе хужалар – иман тотоусылар һәм ҡәҙерле имандаштар. Кешеләрҙе ошоға өйрәт һәм нәсихәт ит.
Ялған уҡытыусылар
3Кемдер башҡа берәй нәмәгә өйрәтә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡ һүҙҙәре, шулай уҡ иманға тап килгән тәғлимәт менән килешмәй икән, 4ул кеше тәкәббер, бер ни белмәй, әммә бәхәсләшеү һәм һүҙ көрәштереү сирен йоҡторған; шул арҡала көнсөллөк, талаш, яман һүҙ һөйләү, мәкерле шикләнеүҙәр килеп сыға, 5Аллаға табыныу – табыш алыу өсөн тип уйлап, хәҡиҡәттән ситләшкән, шул арҡала аҡылдарына зыян килгән кешеләр араһында буш бәхәстәр тыуа#6:5 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Ундайҙарҙан алыҫ йөрө» тигән һөйләм дә бар.. 6Аллаға ихлас табыныу һәм бары менән ҡәнәғәт булыу, – ысынлап та, оло табыш ул. 7#Әйп 1:21; Вәғ 5:14.Беҙ донъяға бер ни ҙә алып килмәнек һәм бынан бер ни ҙә алып китә алмайбыҙ. 8#Хик 30:7-9.Ашарға ризығыбыҙ һәм кейергә кейемебеҙ булһа, шуның менән ҡәнәғәтләнәйек, 9ә байырға теләүселәр ҡотҡоға бирелә, кешене үлемгә һәм һәләкәткә килтерә торған мәғәнәһеҙ, зарарлы күп теләктәрҙең тоҙағына эләгә. 10Бөтә яуызлыҡтың башы – аҡсаға табыныу. Ҡайһы берәүҙәр, ҡомһоҙланып, имандан ситләшкән һәм үҙҙәрен күп михнәттәргә дусар иткән.
Иманыбыҙ өсөн көрәш
11Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш. 12Иман өсөн изге көрәш алып бар, мәңгелек тормошҡа эйә булыуға өлгәш. Алла һине ошоға саҡырҙы, һәм һин күп шаһиттар алдында үҙеңдең тоғро иманыңды раҫланың. 13Бар тереклеккә йән биреүсе Алла алдында һәм, тоғро иманын раҫлап, Понтиос Пилатос ҡаршыһында шаһитлыҡ биргән Ғайса Мәсих алдында һиңә аманат әйтәм: 14Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килгәнгә тиклем был бойороҡҡа тоғро бул һәм уны һүҙ тейҙермәҫлек итеп үтә. 15#Ҡнн 10:17.Берҙән-бер һәм мөбәрәк Түрә, батшаларҙың Батшаһы һәм хакимдарҙың Хакимы, ваҡыты еткәс, Ғайса Мәсихте ебәрәсәк. 16#Зәб 101:28.#Сығ 33:20.Берҙән-бер үлемһеҙ Зат, буй етмәҫ яҡтылыҡта торған, бер кеше лә күрмәгән һәм күреү мөмкин дә булмаған Аллаға – хөрмәт һәм мәңгелек хакимлыҡ! Амин.
17Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтә нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын. 18Улар изгелек ҡылһын, яҡшы эштәре менән бай булһын, йомарт һәм үҙҙәренекен башҡалар менән бүлешергә әҙер торһон. 19Шулай улар ысын тормошҡа өлгәшер өсөн киләсәккә ныҡлы нигеҙ булырлыҡ хазина туплар.
20Тимоҫеус! Үҙеңә ышанып тапшырылғанды һаҡла, Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән һәм, ғилем тип аталып та, дөрөҫлөккә тап килмәгән нәмәләрҙән ары тор. 21Ҡайһы берәүҙәр шуның менән мауығып имандан ситләште бит.
Мәрхәмәт һеҙҙең менән булһын.
Currently Selected:
І Тимоҫеусҡа 6: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023