І Тимоҫеусҡа 5
5
1Ололарға ҡаты бәрелмә. Ололарҙы – атайың һымаҡ, үҙеңдән кеселәрҙе ҡустың кеүек күреп өгөтлә; 2үҙеңдән өлкән ҡатын-ҡыҙҙарҙы – әсәйең һымаҡ, йәшерәктәрҙе һеңлең кеүек күреп, бар сафлығың менән өгөтлә.
Тол ҡатындар һәм берҙәмлек өлкәндәре тураһында
3Ысын тол ҡатындар тураһында хәстәрлек күр. 4Әгәр ҙә тол ҡатындың балалары йәки ейәндәре булһа, улар иң тәүҙә үҙ ғаиләһен хөрмәт итеп, ата-әсәһе күрһәткән хәстәрлеккә хәстәрлек менән яуап биреп өйрәнһен, Алла шуны теләй. 5Яңғыҙ ҡалған ысын тол ҡатын Аллаға ғына өмөт бағлай һәм көнө-төнө Аллаға ялбарып доға ҡыла. 6Ә кәйеф-сафа менән генә көн иткәне, йәшәһә лә, тереләй үле инде. 7Улар намыҫлы тормош алып барһын өсөн, был талаптарҙың үтәлеүен күңелдәренә һеңдер. 8Берәйһе үҙенең туғандары, бигерәк тә ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек күрмәй икән, тимәк, ул иманынан ваз кискән, ул иманһыҙҙан да яманыраҡ.
9Алтмыш йәштән дә кәм булмаған, үҙ ғүмерендә иренә тоғролоҡ һаҡлаған тол ҡатындарҙы ғына тол ҡатындар исемлегенә индер, 10ул үҙенең изге эштәре менән билдәле, йәғни балалар тәрбиәләп үҫтергән, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, имандаштарының аяҡтарын йыуған#5:10 Хөрмәт күрһәтеү йөҙөнән, ғәҙәттә, килгән ҡунаҡтарҙың аяҡтарын йыуғандар., ауырлыҡ күргәндәргә ярҙам иткән һәм үҙен һәр төрлө яҡшы эшкә бағышлаған. 11Ә йәш тол ҡатындарҙы исемлеккә индермә, сөнки улар, хисле теләккә бирелһә, үҙҙәрен Ғайса Мәсихкә бағышлауҙан туҡтап, кейәүгә сығырға теләй. 12Шулай тәүге вәғәҙәләрен боҙған өсөн#5:12 Күрәһең, тол ҡатындар башҡаса кейәүгә сыҡмаҫҡа, үҙҙәрен Аллаға бағышларға вәғәҙә биргән булғандыр., ундайҙар үҙҙәрен хөкөмгә илтә. 13Өҫтәүенә, ялҡаулыҡҡа һалышҡанлыҡтан, өйҙән-өйгә йөрөргә әүәҫләнеп китә һәм, ялҡаулыҡтан тыш, ғәйбәт тарата, кеше эшенә ҡыҫыла, тейешһеҙ хәбәр һөйләй. 14Шуға күрә, дошманға яманатын сығарырға бер ниндәй ҙә урын ҡалмаһын өсөн, йәш тол ҡатындарҙың никахҡа инеүҙәрен, бала табыуҙарын, йорт-ҡура ҡарауҙарын теләйем. 15Тол ҡатындарҙың ҡайһы берәүҙәре, тура юлдан тайпылып, Иблис ҡотҡоһона бирелде бит. 16Әгәр ҙә берәй иманлы ҡатындың тол туғаны бар икән, уға ҡарата үҙе хәстәрлек күрһен. Имандаштар берҙәмлегенә көс төшөрмәһен, сөнки берҙәмлек ысын тол ҡатындарға ғына ярҙам итергә тейеш.
17Яҡшы етәкселек иткән өлкәндәрҙең, бигерәк тә һүҙе менән дә, өйрәтеүҙәре менән дә ауыр эш башҡарыусыларҙың хеҙмәте икеләтә баһаланһын. 18#Ҡнн 25:4.Изге Яҙмала «ашлыҡ һуҡҡан үгеҙҙең ауыҙын ҡаплап ҡуйма» һәм «эшсенең үҙенең хеҙмәтенә күрә әжерен алырға хаҡы бар» тип әйтелә бит. 19Берҙәмлек өлкәненә ҡарата ғәйепләү булһа, ике йәки өс шаһитһыҙ ҡабул итмә. 20Гонаһ ҡылғандарҙы иһә, башҡаларҙа ла ҡурҡыу тыуһын өсөн, бөтәһе алдында шелтәлә. 21Алла, Ғайса Мәсих һәм һайлап алынған фәрештәләр алдында һинән үтенеп һорайым: ҡушылған күрһәтмәләремде үтәгәндә ғәҙел бул, бер кемгә лә өҫтөнлөк бирмә. 22Кемгә лә булһа ҡулдарыңды ҡуйырға ашыҡма, башҡаларҙың гонаһлы эштәрендә ҡатнашма. Үҙеңде саф көйө һаҡла. 23Әйткәндәй, инде ҡоро һыу ғына эсмә, ашҡаҙаныңды һаҡлау һәм йыш ауырымаҫ өсөн аҙ ғына шарап та эс.
24Әйтергә кәрәк, бәғзеләрҙең гонаһтары хөкөм көнөнә тиклем билдәле инде, башҡаларҙыҡы иһә һуңғараҡ асылыр. 25Шуның кеүек яҡшы эштәр ҙә билдәле, билдәле булмағандары ла йәшерен ҡала алмаҫ.
Currently Selected:
І Тимоҫеусҡа 5: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: