І Тессалоникеларға 5
5
Өгөт һүҙҙәре
1Был хәлдәрҙең ҡасан һәм ҡайһы ваҡытта буласағы тураһында яҙыуҙың кәрәге юҡ, имандаштар, 2сөнки һеҙ Раббы көнөнөң, төндә ингән ҡараҡ кеүек, көтмәгәндә етәсәген яҡшы беләһегеҙ. 3Кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән саҡта, уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл йөклө ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек үк ҡотолғоһоҙ. 4Әммә һеҙ ҡараңғылыҡта түгел, имандаш туғандар, был көн һеҙгә көтмәгәндә баҫып ингән ҡараҡ һымаҡ килмәйәсәк. 5Һеҙ бөтәгеҙ ҙә – яҡтылыҡ һәм көн балалары, ә төн һәм ҡараңғылыҡтыҡы түгел. 6Шуға күрә башҡалар кеүек йоҡлап ятмайыҡ, уяу һәм айыҡ булайыҡ. 7Йоҡлаусылар төндә йоҡлай, эскеселәр төндә эсеп иҫерешә. 8Ә беҙ, көн балалары булараҡ, айыҡ булайыҡ, иман һәм мөхәббәтте – һарайта, ә ҡотолоуға өмөтөбөҙҙө торҡа итеп кейәйек. 9Алла беҙҙе Үҙенең асыуына дусар итеү өсөн түгел, ә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләне. 10Иҫән булһаҡ та, үлем йоҡоһона талһаҡ та, беҙ Уның менән бергә йәшәһен тип, Мәсих беҙҙең өсөн йәнен бирҙе. 11Шуның өсөн бер-берегеҙҙе тынысландырығыҙ һәм, әлеге һымаҡ уҡ өгөтләп, ышаныс өҫтәгеҙ.
Нәсихәттәр һәм сәләмдәр
12Имандаштар, арағыҙҙа тырышып хеҙмәт итеүселәрҙе, берҙәмлек менән Раббы исеменән етәкселек итеүсе һәм өгөт-нәсихәт биреүселәрҙе хөрмәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ. 13Хеҙмәттәре өсөн уларға айырыуса оло ихтирам күрһәтегеҙ һәм уларҙы яратығыҙ; үҙ-ара тыныс йәшәгеҙ. 14Имандаштар, һеҙҙән һорайбыҙ, эшләмәй ултырғандарға аҡыл өйрәтегеҙ, ҡыйыуһыҙҙарҙы рухландырығыҙ, хәлһеҙҙәргә таяныс булығыҙ, бөтөнөһөнә ҡарата ла сабырлыҡ һаҡлағыҙ. 15Яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап биреүгә берегеҙгә лә юл ҡуймағыҙ; һәр ваҡыт үҙ-ара һәм бөтөнөһөнә лә яҡшылыҡ эшләгеҙ.
16Һәр ваҡыт ҡыуанығыҙ, 17гел доға ҡылығыҙ. 18Ниндәй генә хәлдә булһағыҙ ҙа, рәхмәтле булығыҙ: Ғайса Мәсихтә һеҙгә Алла ихтыяры шундай. 19Изге Рухты томаламағыҙ. 20Пәйғәмбәрлек һүҙҙәренә кәмһетеп ҡарамағыҙ. 21Аллананмы, түгелме икәнен белеү өсөн барыһын һынағыҙ, яҡшылыҡты тотоғоҙ. 22Һәр төр яуызлыҡтан ары йөрөгөҙ.
23Алла Үҙе – именлек сығанағы, һеҙҙе тулыһынса изгеләндерһен. Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килеүгә бөтә булмышығыҙ: рухығыҙ ҙа, йәнегеҙ ҙә, тәнегеҙ ҙә саф көйө һаҡланһын. 24Һеҙҙе Саҡырыусы быны эшләйәсәк, сөнки Ул тоғро.
25Имандаштар, беҙҙең хаҡҡа доға ҡылығыҙ. 26Бар имандаштарығыҙҙы туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ. 27Раббы исеме менән талап итәм: был хатты барлыҡ имандаштарға ла уҡығыҙ.
28Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.
Currently Selected:
І Тессалоникеларға 5: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: