YouVersion Logo
Search Icon

І Тессалоникеларға 3

3
1Шуға күрә көтөп тора алманыҡ, Афинала үҙебеҙ генә ҡалырға булдыҡ 2-3һәм, эҙәрлекләүҙәр арҡаһында берегеҙ ҙә борсолмаһын өсөн, һеҙҙе нығытырға, иманығыҙҙа дәртләндерергә тигән маҡсат менән Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүендә Алланың хеҙмәттәше булған имандашыбыҙ Тимоҫеусты һеҙҙең янға ебәрҙек. Беҙгә эҙәрлекләүҙәр билдәләнгән, был турала үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. 4Беҙ янығыҙҙа булған саҡта уҡ эҙәрлекләүҙәргә дусар буласағыбыҙ хаҡында әйткәйнек. Белеүегеҙсә, шулай булды ла. 5Шуға күрә мин артабан да көтөп тора алманым, Иблистең ҡотҡоһона бирешмәнегеҙме, хеҙмәтебеҙ юҡҡа ғына булмағанмы, тигән хәүеф менән һеҙҙең иманығыҙ тураһында белешергә Тимоҫеусты ебәрҙем.
6Ә хәҙер Тимоҫеус эргәгеҙҙән ҡайтты, иманығыҙ һәм һөйөүегеҙ тураһында, шулай уҡ беҙҙең хаҡта һәр ваҡыт яҡшы иҫтәлектәр йөрөтөүегеҙ, беҙҙең кеүек үк күрешергә бик ныҡ теләүегеҙ тураһында яҡшы хәбәр алып килде. 7Был хәбәрҙе ишеткәс, имандаштар, үҙебеҙ кисергән бөтә мохтажлыҡтарға һәм ғазаптарға ҡарамаҫтан, һеҙҙең иманығыҙ менән йыуандыҡ. 8Һеҙҙең Раббыла ныҡ тороуығыҙ беҙгә йәшәргә дәрт өҫтәй. 9Һеҙҙең арҡала Аллабыҙ алдында кисергән ҡыуаныстарыбыҙ өсөн Уға ниндәй генә рәхмәттәр әйтәйек икән! 10Һеҙҙең менән осрашыу һәм иманығыҙҙа ни етешмәһә, шуны биреү өсөн көнө-төнө ысын йөрәктән доға ҡылабыҙ.
11Атабыҙ Алла Үҙе һәм Раббыбыҙ Ғайса һеҙҙең эргәгә барыр юлыбыҙҙы турайтһын. 12Беҙҙең һеҙгә булған мөхәббәтебеҙ кеүек, Раббыбыҙ һеҙҙең дә бер-берегеҙгә һәм барлыҡ кешеләргә ҡарата булған һөйөүегеҙҙе көсәйтһен һәм арттырһын. 13Раббыбыҙ Ғайса үҙенең бөтә изгеләре менән килгән саҡта, Атабыҙ Алла алдында һеҙ саф һәм изге булһын өсөн, Раббы йөрәктәрегеҙҙе нығытһын#3:13 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Амин» тигән һүҙ ҙә бар..

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

Video for І Тессалоникеларға 3