YouVersion Logo
Search Icon

І Петрус 1

1
1Ғайса Мәсихтең илсеһе Петрустан Понтоста, Галатияла, Каппадукияла, Асия һәм Биҫуния өлкәләрендә килмешәк булып таралып йәшәгән һайлап алынғандарға сәләм! 2Атабыҙ Алла һеҙҙе алдан Үҙе хәл иткән ниәт буйынса һайланы. Ул һеҙҙе, Ғайса Мәсихкә тыңлаусан булыуығыҙ һәм өҫтөгөҙгә Уның ҡаны һирпелеү аша таҙарыныуығыҙ өсөн, Үҙенең Рухы аша изге иткән.
Һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек мул бирелһен!
Яңы өмөт
3-4Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы һәм беҙгә серемәҫ, бысранмаҫ, шиңмәҫ мираҫҡа тере өмөт бирҙе. Ул уны күктә һеҙҙең өсөн һаҡлай. 5Заман аҙағында асылырға әҙер торған ҡотолоу өсөн Алла һеҙҙе иманығыҙ аша Үҙенең ҡөҙрәте менән һаҡлап тора. 6Шуға күрә, әле һәр төрлө һынауҙарҙан әҙ генә ваҡытҡа ғазап сигергә тейеш булһағыҙ ҙа, ҡыуанығыҙ. 7Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡ булыуын раҫлай бит. Алтын да утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡиммәтерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер. 8-9Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәгән килеш, Уға ышанаһығыҙ һәм иманығыҙҙың маҡсатына – йәнегеҙҙең ҡотолоуына өлгәшеп, әйтеп бөтөргөһөҙ һәм иҫ киткес ҙур ҡыуаныс менән шатланаһығыҙ.
10Һеҙгә биреләсәк мәрхәмәт тураһында алдан күреп әйткән пәйғәмбәрҙәр был ҡотолоу хаҡында ентекле эҙләнгәндәр һәм тикшеренгәндәр. 11Улар үҙҙәрендәге Мәсих Рухы Мәсихтең ғазап сигәсәге һәм һуңынан киләсәк шөһрәт тураһында алдан күреп әйткән һүҙҙәрҙең ниндәй хәлдәргә һәм ҡайһы мәлгә күрһәтеүен аңларға тырышҡан. 12Уларға үҙҙәре өсөн түгел, ә һеҙҙең өсөн хеҙмәт итеүҙәре асыҡлап бирелде. Улар иғлан иткәндәрҙе бит аҙаҡ, күктән ебәрелгән Изге Рух аша, Һөйөнөслө Хәбәр таратыусылар һеҙгә һөйләп бирҙе. Быларға хатта фәрештәләр ҙә күҙ һалырға теләй.
13Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ. 14Тыңлаусан балалар һымаҡ булығыҙ, Алланы белмәгән ваҡытығыҙҙағы элекке мин-минле теләктәрегеҙгә үҙегеҙ өҫтөнән хакимлыҡ итергә юл ҡуймағыҙ. 15Киреһенсә, һеҙҙе саҡырған Алла изге булған кеүек, һеҙ ҙә бар ғәмәлдәрегеҙҙә изге булығыҙ. 16#Лев 19:2.Изге Яҙмала: «Изге булығыҙ, сөнки Мин изге», – тип әйтелгән. 17Һәр кемде эшенә ҡарап тигеҙ күргән Хөкөм итеүсене доға ҡылғанда Атам тип атайһығыҙ икән, был донъяла мосафир булып йәшәгән саҡта ғүмер юлығыҙҙы ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән үтегеҙ. 18-19Ата-бабаларҙан мираҫ итеп бирелгән мәғәнәһеҙ тормоштан алтын-көмөш кеүек фани нәмәләр менән түгел, ә кәмселекһеҙ һәм пак бәрәс кеүек булған Мәсихтең ғәзиз ҡаны менән йолоп алынғанлығығыҙҙы беләһегеҙ. 20Алла Мәсихте донъя яратылғансы уҡ һайлағайны. Ә ошо һуңғы көндәрҙә иһә Уны һеҙҙең өсөн асты. 21Мәсихте үленән терелткән һәм Уға шөһрәт биргән Аллаға һеҙ Мәсих аша иман тотаһығыҙ ҙа инде. Шулай итеп, һеҙҙең иманығыҙ һәм өмөтөгөҙ – Аллала.
22Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе паклағыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ! 23Һеҙ фани орлоҡтан түгел, фани булмаған орлоҡтан, Алланың тере һәм мәңгелек һүҙе аша яңынан тыуҙығыҙ. 24#Ишғ 40:6-8.Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Һәр тере йән – үлән һымаҡ,
уның бөтә даны – ялан сәскәһеләй.
Үлән ҡорой, сәскә ҡойола,
25ә Раббы һүҙе мәңгегә ҡала».
Был һүҙ – һеҙгә иғлан ителгән Һөйөнөслө Хәбәрҙең үҙе.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in