YouVersion Logo
Search Icon

І Коринҫостарға 3

3
Алланың хеҙмәттәштәре
1Имандаштар, мин һеҙгә Алла Рухына эйә булыусыларға өндәшкән кеүек һөйләй алманым, һеҙгә донъя кешеләренә, Мәсихтәге сабыйҙарға һөйләгән кеүек мөрәжәғәт итергә тура килде. 2Мин тамағығыҙҙы ҡаты аҙыҡ менән түгел, ә һөт менән туйҙырҙым, ҡаты аҙыҡ менән туҡланырлыҡ түгел инегеҙ. Әле лә әҙер түгелһегеҙ, 3сөнки һаман да был донъя кешеләре булып ҡалаһығыҙ. Арағыҙҙа көнсөллөк, ыҙғыш-талаш бар икән, ошо һеҙҙең был донъя кешеләре икәнлегегеҙҙе күрһәтмәйме ни? Һеҙ ҙә улар кеүек булып ҡалаһығыҙ түгелме һуң? 4Әгәр берегеҙ: «Мин – Паулус яҡлы», икенсегеҙ: «Мин – Аполлос яҡлы», – ти икән, һеҙ был донъя кешеләре һымаҡ булаһығыҙ түгелме? 5Кем ул Аполлос? Кем ул Паулус? Улар фәҡәт хеҙмәтселәр генә. Раббының һәр береһенә ниндәй бурыс йөкмәтеүенә ҡарап, һеҙ улар аша иманға килдегеҙ. 6Мин сәстем, Аполлос һыу ҡойҙо, үҫтереүен иһә Алла үҫтереп бирҙе. 7Шулай булғас, сәсеүсе лә, һыу ҡойоусы ла түгел, ә үҫтереүсе Алла мөһим. 8Ә сәсеүсе менән һыу ҡойоусы бер үк эште башҡара, уларҙың һәр береһе үҙ хеҙмәтенә ҡарап әжерен аласаҡ. 9Беҙ – Алланың хеҙмәттәштәре, ә һеҙ – Алланың иген баҫыуы, Алланың ҡоролмаһы.
10Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт буйынса, мин аҡыллы төҙөүсе кеүек нигеҙ һалдым, ә икенсе берәү шул нигеҙҙең өҫтөнә төҙөй. Һәр кем үҙенең нисек төҙөүенә иғтибар итһен. 11Һалынған нигеҙҙән башҡа төрлөнө бер кем дә һала алмай, ә ул нигеҙ – Ғайса Мәсих. 12Берәйһе был нигеҙ өҫтөнә алтындан йә көмөштән төҙөймө, аҫылташтарҙан, ағастан, бесәндән йә һаламданмы, 13һәр береһенең эше асыҡ күренеп торасаҡ, уны хөкөм көнө белдерәсәк. Был көн ут менән асыласаҡ, ә ут инде һәр кемдең эш сифатын һынаясаҡ. 14Кемдең ҡоролмаһы имен ҡала, шул төҙөүсе әжерен аласаҡ. 15Ҡоролмаһы янһа – төҙөгән кеше зыян күрәсәк. Үҙе иһә ҡотолоп ҡаласаҡ, әммә ут эсенән сыҡҡандай ҡотоласаҡ.
16Һеҙ үҙегеҙҙең Алла йорто булыуығыҙҙы һәм һеҙҙә Алла Рухы йәшәүен белмәйһегеҙме ни? 17Алла йортон емереүсене Алла юҡҡа сығарасаҡ, сөнки Алла йорто изге, ә ул йорт – һеҙ.
18Үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Берәйегеҙ был донъя күҙаллауы буйынса үҙен аҡыл эйәһе тип һанаһа, ысынлап та аҡыллы булыр өсөн «аҡылһыҙ» булһын. 19#Әйп 5:13.Был донъяның аҡыллылығы – Алла алдында ахмаҡлыҡ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Алла аҡыллы баштарҙы үҙҙәренең үк хәйләһенә эләктерә».
20 # Зәб 93:11. Һәм тағы:
«Раббы белә аҡыл эйәләренең уйҙарын:
улар буш-мәғәнәһеҙ».
21Шулай булғас, бер кем дә кешеләр менән маҡтанмаһын, сөнки бөтә нәмә – һеҙҙеке. 22Паулус булһынмы, Аполлос, Кефас йә донъямы, йәшәүме әллә үлемме, хәҙергеме йәиһә киләсәкме – бөтөнөһө лә һеҙҙеке. 23Һеҙ иһә – Мәсихтеке, ә Мәсих – Алланыҡы.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in