YouVersion Logo
Search Icon

І Коринҫостарға 2

2
Арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Мәсих тураһында шаһитлыҡ
1Имандаштар, Алланың серен вәғәзләү өсөн янығыҙға килгәндә, мин матур һүҙҙәр һөйләргә һәм аҡылымды күрһәтергә уйламаным. 2Янығыҙҙа булғанымда Ғайса Мәсихтән, йәғни арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Мәсихтән, башҡа бер ни ҙә белмәҫкә ҡарар иттем. 3Һеҙгә мин көсһөҙ, баҙнатһыҙ һәм ҡурҡҡан хәлдә килдем. 4-5Иманығыҙ әҙәм аҡылына түгел, ә Алла ҡөҙрәтенә нигеҙләнһен өсөн, телмәрем дә, вәғәзләүем дә кеше аҡылының ышандырырлыҡ һүҙҙәренә түгел, ә Изге Рухтың ҡөҙрәтен иҫбатлауға таянды.
Алланың зирәк аҡылы
6Ә аҡылды беҙ рухи яҡтан өлгөрөп еткән иманлылар араһында вәғәзләйбеҙ. Әммә ул был донъя аҡылы ла, был донъя хакимдарының аҡылы ла түгел – улар бөтөүгә табан бара. 7Беҙ Алланың донъя яратылғансы уҡ даныбыҙ хаҡына билдәләнгән йәшерен, серле аҡылы тураһында вәғәзләйбеҙ. 8Был донъялағы бер генә хаким да шул аҡылға төшөнмәгән. Әгәр уны аңлаһалар, шөһрәтле Раббыны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡламаҫтар ине. 9#Ишғ 64:4.Әммә Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Үҙен яратыусыларға Алланың нимә әҙерләгәнен
бер күҙ ҙә күрмәгән,
бер ҡолаҡ та ишетмәгән һәм был турала
әҙәм күңеленә бер уй ҙа килмәгән».
10Беҙгә иһә быларҙы Алла Үҙенең Рухы аша асып бирҙе, сөнки Рух бөтә нәмәгә, хатта Алла аҡылының бөтә тәрәнлектәренә лә үтеп инә. 11Кешенең уйҙарын уның үҙендәге рухтан башҡа кем белә? Шуның кеүек үк Алла ниәттәрен дә Алла Рухынан башҡа бер кем дә белмәй. 12Беҙ иһә, Алланың беҙгә нимә бүләк иткәнен аңлау өсөн, был донъя рухын түгел, ә Алланан килгән Рухты алдыҡ. 13Шуға ла был турала кеше аҡылы өйрәткән һүҙҙәр менән түгел, ә Изге Рух өйрәткән һүҙҙәр менән һөйләйбеҙ. Рухи булған нәмәләрҙе Алла Рухы өйрәткән һүҙҙәр менән аңлатабыҙ. 14Үҙендә Алла Рухы булмаған кеше Рух күрһәткәндәрҙе ҡабул итә алмай, сөнки уларҙы ахмаҡлыҡ тип һанай; аңлай алмай, сөнки былар тураһында Изге Рух ярҙамында ғына фекер йөрөтөргә мөмкин. 15Алла Рухына эйә булған кеше иһә бөтә нәмә тураһында ла фекерләй ала, әммә уның үҙе тураһында бер кем дә фекер йөрөтә алмай. 16#Ишғ 40:13.Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Раббыға кәңәш биреү өсөн
Уның ни уйлағанына кем төшөнгән?»
Беҙ иһә Мәсих аңына эйәбеҙ, шуға күрә төшөнәбеҙ.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in