І Коринҫостарға 14
14
Телдәр һәм пәйғәмбәрлек итеү
1Мөхәббәтте маҡсат итеп, Изге Рухтан килгән бүләктәргә, бигерәк тә пәйғәмбәрлек итеү бүләгенә ынтылығыҙ. 2Бүтәндәргә аңлашылмаған телдә һөйләүсе әҙәм кешеләргә түгел, ә Аллаға һөйләй, уны бит бер кем дә аңламай, ул Изге Рух ярҙамында серҙәр сисә. 3Пәйғәмбәрлек ҡылыусы иһә кешеләргә һөйләй. Ул уларҙы нығындыра, рухын күтәрә һәм йыуата. 4Бүтәндәргә аңлашылмаған телдә һөйләүсе үҙен нығындыра, ә пәйғәмбәрлек ҡылыусы берҙәмлекте нығыта. 5Мин һеҙҙең барығыҙҙың да шул телдәрҙә һөйләүен теләйем, әммә унан да бигерәк – пәйғәмбәрлек итегеҙ. Әгәр шул телдәрҙә һөйләүсе берҙәмлек нығынһын өсөн үҙенең һүҙҙәрен аңлатып бирмәһә, пәйғәмбәрлек итеүсе уға ҡарағанда берҙәмлеккә күберәк файҙа килтерә.
6Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, имандаштар, мин янығыҙға киләм һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләйем икән, ти. Ул ваҡытта минән ниндәй файҙа? Асылышты йәки белемде, пәйғәмбәрлек һүҙен йәки өйрәтеүҙе аңлайышлы һүҙҙәр менән аңлатҡанда ғына һеҙгә файҙа килтерә алырмын бит. 7Миҫалға һыбыҙғы йә арфа кеүек йәнһеҙ уйын ҡоралын алайыҡ. Уларҙан сыҡҡан моң бер-береһенән айырылмай икән, флейтала йәки арфала ниндәй көй уйнағандарын аңлап булырмы? 8Әгәр борғо асыҡ тауыш сығармаһа, яуға кем әҙерләнер? 9Бына шулай һеҙ ҙә телегеҙ менән аңлайышһыҙ һүҙҙәр әйтһәгеҙ, нимә һөйләгәнегеҙҙе нисек аңларҙар? Һеҙ бит һүҙҙәрегеҙҙе елгә генә осорорһоғоҙ. 10Донъяла әллә күпме телдәр бар, һәм һәр береһенең – үҙ мәғәнәһе. 11Әгәр мин һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнмәйем икән, һүҙ әйтеүсегә сит ил кешеһе кеүек буласаҡмын һәм һөйләүсе үҙе лә миңә сит ил кешеһе кеүек буласаҡ. 12Һеҙҙең менән дә шулай уҡ: Рухтан килгән бүләктәргә ынтылһағыҙ, берҙәмлекте нығытырлыҡ бүләктәр менән байырға тырышығыҙ.
13Шуға күрә бүтән телдә һөйләүсе телде аңлата белеү һәләте өсөн доға ҡылһын. 14Мин бүтән телдә доға ҡылһам, миндә рухым доға ҡыла, ә аҡылым ҡатнашмай ҡала. 15Миңә нимә эшләргә һуң? Рухым менән доға ҡылырмын, аҡылым менән дә доға ҡылырмын; рухым менән дан йырлармын, аҡылым менән дә дан йырлармын. 16Рухың менән генә шөкөр иткәндә, иман менән ҡыҙыҡһынған сит кеше рәхмәт уҡыуыңа нисек «амин» тип әйтһен? Ул бит һинең нимә әйткәнеңде аңламай! 17Һин ҡылған шөкөр ни тиклем һәйбәт булмаһын, һүҙҙәреңде ишетеүсе файҙа алмаясаҡ. 18Аллаға шөкөр, мин бүтән телдәрҙә бөтәгеҙгә ҡарағанда ла күберәк һөйләй алам. 19Әммә берҙәмлектә бер кем дә аңламаған ун меңләгән һүҙ әйтеүгә ҡарағанда, башҡаларға нәсихәт биреү өсөн аҡыл менән биш һүҙ әйтеүҙе яҡшыраҡ тип һанайым.
20Имандаштар, уйҙарығыҙ балалыҡ үлсәмендә ҡалмаһын, яманлыҡҡа ҡарата – сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ. 21#Ишғ 28:11-12.Ҡанунда былай тип яҙылған:
«Был халыҡҡа бүтән телдәрҙә һөйләүселәр аша,
сит кешеләрҙең ауыҙҙары менән өндәшермен,
әммә ул саҡта ла Мине тыңламаҫтар, – ти Раббы».
22Тимәк, бүтән телдәр – иманлы кешеләр өсөн түгел, ә иманһыҙҙар өсөн билдә. Пәйғәмбәрлек итеү иһә – иманһыҙҙар өсөн түгел, ә иманлылар өсөн. 23Шуға күрә, әгәр бөтөн берҙәмлек бергә йыйылып, барыһы ла бүтән төрлө телдәрҙә һөйләп ултырһа, һәм шул саҡ иман менән ҡыҙыҡһынған йәки иманы булмаған берәй сит кеше килеп инһә, һеҙҙе: «Аҡылдан яҙғандар!» – тип әйтмәҫме? 24Әммә бөтәһе лә пәйғәмбәрлек иткән мәлдә иман менән ҡыҙыҡһынған сит кеше йә иманы булмаған берәйһе килеп инһә, һәр береһенән үҙен фаш итеү һәм яуаплылыҡҡа тарттырыу һүҙҙәрен ишетер. 25Уның йәшерен ниәттәре асылыр һәм ул йөҙтүбән ҡапланыр ҙа Аллаға табынып: «Алланың һеҙҙең арағыҙҙа булыуы хаҡ», – тип әйтер.
Берҙәмлектәге тәртип
26Шулай итеп, имандаштар, хәҙер нисек була инде? Һеҙ бергә йыйылған саҡта берегеҙҙең – мәҙхиәһе, икенсегеҙҙең – өйрәтеүҙәре, кемеһенеңдер – асылышы, бәғзеһенең – бүтән төрлө телдә хәбәре, ҡайһыһының аңлатмаһы бар. Былар барыһы бергә берҙәмлекте нығытыу маҡсатында хеҙмәт итһен. 27Бүтән телдә һөйләүселәр булһа, ике, иң күп тигәндә өс кеше бер-бер артлы һөйләһен, ә береһе аңлатып торһон. 28Аңлатыусы булмаһа инде, ундайҙар берҙәмлектә һүҙ өндәшмәһен, ә Алла ғына ишеткән мәлдә, үҙҙәре генә булған саҡта һөйләһен.
29Пәйғәмбәрҙәрҙең дә икәүһе йәки өсәүһе һөйләһен, ә ҡалған иман тотоусылар, ишеткәндәре хаҡында фекер йөрөтөп, уларға баһа бирһен. 30Әгәр йыйылышта ултырғандар араһындағы берәйһенә асылыш килһә, беренсе һөйләүсе уға һүҙ әйтергә мөмкинлек бирһен. 31Бөтәгеҙ ҙә өйрәнһен, һәм бөтәгеҙҙең дә күңелен күтәреү өсөн бер-бер артлы пәйғәмбәрлек итә алаһығыҙ. 32Пәйғәмбәрҙәрҙең рухтары пәйғәмбәрҙәргә буйһона, 33сөнки Алла – тәртипһеҙлек Аллаһы түгел, ә тыныслыҡ Аллаһы.
Изгеләрҙең барлыҡ берҙәмлектәрендәге кеүек, 34йыйылыштарҙа ҡатын-ҡыҙ өндәшмәй генә ултырһын. Унда уларға һөйләргә рөхсәт ителмәй, ҡанунда яҙылғанса, улар буйһонорға тейеш. 35Әгәр берәй нәмәне белергә теләйҙәр икән, өйҙә ирҙәренән һораһындар, сөнки берҙәмлектә ҡатын-ҡыҙға һүҙ һөйләү әҙәпһеҙлек һанала.
36Алла һүҙе һеҙҙән сыҡтымы ни? Әллә һеҙгә генә килдеме? 37Кемдер берәү үҙен пәйғәмбәр йәки рухлы тип һанай икән, минең яҙғандарымдың Раббы бойороғо икәнен таныһын. 38Кем танымай, ул үҙе лә танылмай. 39Шулай итеп, имандаштар, пәйғәмбәрлек итергә ынтылығыҙ, әммә бүтән төрлө телдә һөйләүҙе лә тыймағыҙ. 40Ләкин бөтә нәмә лә килешле һәм тәртипле булырға тейеш.
Currently Selected:
І Коринҫостарға 14: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: