І Коринҫостарға 12
12
Изге Рухтан бирелгән бүләктәр
1Изге Рух тарафынан бирелгән бүләктәргә килгәндә иһә, имандаштар, улар тураһында белмәй ҡалыуығыҙҙы теләйем. 2Хәтерегеҙҙәлер, Мәсихкә ышанмаған сағығыҙҙа нимәлер һеҙҙе телһеҙ ялған илаһтарға этәрҙе. 3Шуның өсөн һеҙгә әйтәм: Алла Рухы менән һөйләүсе бер кем дә «Ғайсаға ләғнәт төшһөн!» тимәй һәм, үҙендә Изге Рух булмаһа, «Ғайса – Раббы» тип әйтә алмай.
4Изге Рух биргән бүләктәр төрлө, әммә Рух бер үк. 5Хеҙмәт итеүҙең төрҙәре күп, әммә бөтөнөбөҙ ҙә хеҙмәт иткән Раббы бер үк. 6Ғәмәлдәрҙең төрлөһө бар, әммә уларҙың барыһын да беҙҙә бер үк Алла булдыра. 7Ләкин Рухтың һәр береһендә уртаҡ файҙаға эш итеүе күренә. 8Берәүгә Рух аша – аҡыл һүҙе, икенсеһенә Уның аша белем һүҙе бирелә. 9Башҡа берәүгә шул уҡ Рух тарафынан махсус иман бирелә, икенсеһенә дауалап-һауыҡтырыу һәләте бүләк ителә. 10Берәүгә – мөғжизә күрһәтеү, икенсеһенә – пәйғәмбәрлек итеү, ҡайһы береһенә – рухтың ысынлап та Аллананмы икәнен айыра белеү, кемгәлер – бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте#12:10 Бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте – быға тиклем бер ваҡытта ла белмәгән телдә һөйләргә бирелгән һәләт., ә кемеһенәлер был телдәрҙә әйтелгәнде аңлата белеү һәләте бирелә. 11Быларҙың барыһын да һәр кемгә бүләкте Үҙе теләгәнсә бүлеп биргән бер үк Рух башҡара.
Тән – берәү, ағзалар күп
12Мәсих – күп ағзаларға эйә булған тән кеүек; тән күп ағзаларҙан торһа ла, бер бөтөндө тәшкил итә. 13Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде.
14Был тән бер ағзанан түгел, күп ағзаларҙан тора. 15Әгәр аяҡ: «Мин ҡул түгелмен, шуға күрә мин тәндеке түгел», – тиһә, шуның өсөн генә тәндең бер ағзаһы булыуҙан туҡтармы? 16Йәиһә ҡолаҡ: «Мин күҙ түгелмен, шуға күрә мин тәндеке түгел», – тиеү менән генә тән ағзаһы булып тормаҫмы? 17Әгәр бөтөн тән тик күҙҙән генә торһа, нисек ишетә алыр ине? Тотош ҡолаҡтан ғына торһа ла, еҫ һиҙеү тойғоһо ҡайҙан булыр ине? 18Әммә Алла тәндә ағзаларҙың һәр береһен Үҙе теләгәнсә урынлаштырған. 19Әгәр бөтөнөһө бер генә ағза булһа, тән ҡайҙа булыр ине һуң? 20Һөҙөмтәлә ағзалар күп, әммә тән берәү генә.
21Күҙ ҡулға: «Һин миңә кәрәк түгел», – тип, йәки баш аяҡтарға: «Һеҙ миңә кәрәк түгел», – тип әйтә алмай. 22Киреһенсә, тәндең хәлһеҙерәк күренгән ағзаһы нығыраҡ кәрәк. 23Беҙ тәндең күркәм түгел тип һанаған урындарын нығыраҡ хәстәрләп кейендерәбеҙ. Ә килешһеҙ һаналған өлөштәрен айырыуса ентекләп йәшерәбеҙ. 24-25Килешле ағзаларыбыҙҙың иһә быға ихтыяжы юҡ. Әммә, тәндә бүленеш булмаһын һәм бөтә ағзалар бер-береһе тураһында бер үк кимәлдә хәстәрлек күрһен өсөн, тәндә етешмәгән ағзаларға күберәк хөрмәт күрһәтеп, Алла ағзаларҙы үҙ-ара шулай тоташтырҙы. 26Ағзаларҙың береһе яфаланһа, башҡалары ла уның менән бергә яфа күрә. Береһе ҡәҙерләнһә, ағзаларҙың барыһы ла уның менән бергә шатлана.
27Һеҙ – Мәсихтең тәне, ә айырым-айырым – шул уҡ тәндең ағзалары. 28Алла Үҙ берҙәмлегендә, беренсенән, илселәр, икенсенән, пәйғәмбәрҙәр, өсөнсөнән, өйрәтеүселәр ҡуйған. Артабан ҡайһы берәүҙәргә мөғжизә күрһәтеү һәләте, дауалап-һауыҡтырыу, башҡаларға – ярҙам күрһәтеү, идара итеү һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте бирелгән. 29Бөтәһе лә илселәрме? Бөтәһе лә пәйғәмбәрҙәрме? Бөтәһе лә өйрәтеүселәрме? Бөтәһе лә мөғжизә тыуҙырыусылармы? 30Барыһының да дауалап-һауыҡтырыу һәләте бармы? Һәммәһе лә бүтән төрлө телдәрҙә һөйләшәме? Барыһы ла был телдәрҙе аңлата аламы? 31Юғарыраҡ бүләктәргә ынтылығыҙ. Хәҙер мин һеҙгә иң яҡшы юлды күрһәтәм.
Currently Selected:
І Коринҫостарға 12: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: