YouVersion Logo
Search Icon

ЛЕВИҘӘР 1

1
1Раббы, Мусаны саҡырып, Осрашыу сатырынан уға былай тине:
2– Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: арағыҙҙан берәйһе Раббыға мал-тыуарҙан ҡорбан килтерһә, ҡорбаны эре йәки ваҡ мал булһын.
Тотош яндырыу ҡорбаны
3Әгәр тотош яндырыу ҡорбаны эре малдан икән, ул кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ булһын. Был ҡорбан Раббы тарафынан ҡабул булһын өсөн, ҡорбан килтереүсе уны Осрашыу сатыры ауыҙына алып килһен 4ҡулын тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерелгән малдың башына ҡуйһын; һөҙөмтәлә, Раббы ҡорбанды ҡабул итеп, ул кеше гонаһтарынан пакланыр. 5Ҡорбан килтереүсе башмаҡты Раббы хозурында салһын. Һарун улдары – ҡаһиндар, башмаҡтың ҡанын алып, Осрашыу сатыры ауыҙы эргәһендәге ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен. 6Ҡорбан килтереүсе тотош яндырыу ҡорбанын тунаһын һәм киҫәктәргә бүлгеләһен. 7Һарун ҡаһиндың улдары – ҡорбан усағына ҡуҙ һалып, өҫтөнә утын теҙһен. 8Улар башмаҡтың бүлгеләнгән киҫәктәрен, башын һәм майын усаҡта янған утын өҫтөнә һалһын. 9Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғас, ҡаһин уларҙың барыһын да усаҡта яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.
10Әгәр тотош яндырыу ҡорбаны ваҡ мал – һарыҡ йәки кәзә икән, ҡорбаны кәмселекһеҙ тәкә булһын. 11Ҡорбан килтереүсе уны ҡорбан усағының төньяғында, Раббы хозурында салһын. Ә Һарун улдары – ҡаһиндар – уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен. 12Ҡорбан килтереүсе, башын, майын айырып алып, ҡорбанды киҫәктәргә бүлгеләһен. Ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында янып ятҡан утын өҫтөнә теҙһен. 13Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғандан һуң, ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.
14Әгәр ҙә тотош яндырыу ҡорбаны ҡош икән, Раббыға алатуба йәки күгәрсен балаһы килтерелһен. 15Ҡаһин уны ҡорбан усағына алып килһен, башын өҙөп алып, усаҡта яндырһын; ҡанын иһә усаҡтың яҡ-яғына ағыҙһын. 16Ҡоштоң бөрләтәүе менән нәжесен усаҡтың көнсығыш яғындағы көллөккә ташлаһын. 17Ҡанаттарынан тотоп, ҡошто йыртһын, әммә икегә айырмаһын. Шунан уны ҡорбан усағындағы утын өҫтөнә һалып яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.

Currently Selected:

ЛЕВИҘӘР 1: БВЗ(н)

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in