YouVersion Logo
Search Icon

Башланмыш 41

41
Йософтоң фирғәүендең төшөн юрауы
1Ике йыл үткәндән һуң, фирғәүен бер төш күрҙе: имеш тә, ул Нил йылғаһы ярында тора ине, 2шул саҡ Нилдан ете һыйыр килеп сыҡты. Матур, көр был һыйырҙар яр буйындағы ҡамышлыҡта утлай башланы. 3Ул арала Нилдан арыҡ һәм хәлһеҙ тағы ете һыйыр килеп сыҡты ла теге һыйырҙар янына барып баҫты. 4Арыҡ, көсһөҙ һыйырҙар теге матур, көр һыйырҙарҙы ашаны. Шунда фирғәүен йоҡоһонан уянды.
5Яңынан йоҡлап киткәс, икенсе төш күрҙе: имеш, бер һабаҡта ете туҡ башаҡ үҫеп сыҡты. 6Уның артынса ерҙән ҡыуан ел көйҙөргән ете буш башаҡ үҫеп сыҡты ла, 7бына ғәләмәт, ошо буш башаҡтар ашлыҡ бөртөктәре менән тулы теге башаҡтарҙы йотто ла ҡуйҙы. Шундай төштәр күреп уянды фирғәүен.
8Хафаға төшкән фирғәүен, иртәнсәк Мысырҙың бөтә сихырсыларын һәм аҡыл эйәләрен саҡыртып, күргән төштәрен һөйләне, әммә уларҙы берәү ҙә юрай алманы. 9Шунда шарап ҡойоусылар башлығы фирғәүенгә былай тине:
– Мин бөгөн гонаһымды иҫемә төшөрҙөм. 10Бер ваҡыт фирғәүен беҙ ҡолдарына асыуланды ла – баш икмәксе менән мине һаҡсылар башлығы йортондағы зинданға япты. 11Бер төндө икебеҙ ҙә төш күрҙек. Уларҙың мәғәнәләре төрлө ине. 12Беҙҙең менән бергә һаҡсылар башлығының ҡоло булған йәш ғиври бар ине. Беҙ уға төштәребеҙҙе һөйләнек. Ул беҙгә юраны, һәр беребеҙгә нимә аңлатҡанын әйтеп бирҙе. 13Ул нисек юраған булһа, шулай килеп сыҡты: мин элекке урыныма ҡайтарылдым, ә баш икмәксе аҫылды.
14Фирғәүен Йософ артынан кеше ебәрҙе. Уны йәһәт кенә зиндандан сығарҙылар. Йософ ҡырынып, кейемен алмаштырып фирғәүен янына килде.
15– Мин төш күргәйнем, ләкин уны берәү ҙә юрай белмәй. Ә мин һинең турала, төш юрай белә икән, тип ишеткәйнем, – тине фирғәүен Йософҡа.
16– Был минең ҡөҙрәтемдә түгел, – тине Йософ. – Фирғәүенгә хәйерле яуапты Алла Үҙе бирер.
17Фирғәүен Йософҡа былай тип һөйләй башланы:
– Мин төшөмдә Нил йылғаһы ярында торам, имеш тә, 18Нилдан ете һыйыр килеп сыҡты, имеш, тип күрҙем. Көр, матур был һыйырҙар яр буйындағы ҡамышта утлай башланы. 19Ул арала Нилдан тағы ете һыйыр сыҡты, тик улар шундай арыҡ һәм хәлһеҙҙәр, ҡоро һөйәк тә тиренән генә торалар – мин Мысырҙа бындай һыйырҙарҙы бер ҡасан да күргәнем юҡ. 20Ошо ябыҡ һәм һөмһөҙ һыйырҙар теге көр һыйырҙарҙы ашаны ла ҡуйҙы. 21Һимеҙ һыйырҙар уларҙың ҡорһаҡтарына инеп юғалһа ла, теге һыйырҙар элеккесә арыҡ көйө ҡалды. Мин уянып киттем. 22Шунан икенсе төш күрҙем: бер һабаҡта ете башаҡ үҫеп сыҡҡан икән тим, башаҡтары яҡшы, туҡ ине. 23Уның артынса ерҙән ҡыуан ел көйҙөргән ете буш башаҡ үҫеп сыҡты. 24Ошо буш башаҡтар теге туҡ башаҡтарҙы йотто ла ҡуйҙы! Төштәремде күрәҙәселәргә һөйләгәйнем, әммә улар бер ни ҙә әйтә алманы.
25Йософ фирғәүенгә былай тине:
– Фирғәүен күргән төштәрҙең мәғәнәһе бер. Алла һиңә алда күрәсәгеңде белдерә. 26Ете һимеҙ һыйыр ете йылды аңлата, ете туҡ башаҡ та шулай уҡ ете йыл. Йәғни быларҙың икеһенең дә мәғәнәһе бер. 27Ә улар артынан сыҡҡан арыҡ һәм насар ете һыйыр – был тағы ете йыл. Ҡыуан ел көйҙөргән ете буш башаҡ та шуны уҡ – ете йылға һуҙыласаҡ аслыҡты аңлата. 28Бына шуның өсөн Алла фирғәүенгә күрәсәген белдерә тип әйткәйнем.
29Мысыр ерендә ете йыл муллыҡ, туҡлыҡ буласаҡ, 30ләкин унан һуң ете йыл аслыҡ булып, шул муллыҡтың эҙе лә ҡалмайынса юҡҡа сығасаҡ. Аслыҡтан ил бөләсәк, 31ә элекке муллыҡтың эҙе лә ҡалмаясаҡ – йотлоҡ шундай көслө буласаҡ. 32Ә төштөң ике тапҡыр күренеүе Алланың яҙғаны шул һәм Ул уны оҙаҡламай ғәмәлгә ашырасаҡ, тигәнде аңлата.
33Шуға күрә лә фирғәүенгә, зирәк аҡыллы берәй кешене табып, Мысырға уны идарасы итеп ҡуйыу кәрәктер. 34Фирғәүен бөтә ил буйынса түрәләр ҡуйһын, улар алдағы ете муллыҡ йылында халыҡ үҫтергән уңыштың биштән бер өлөшөн йыйып алһын. 35Уңдырышлы йылдарҙа тупланған был аҙыҡ-түлек ҡалаларҙа фирғәүен ҡарамағындағы келәттәрҙә тупланһын. 36Был һаҡлыҡ иген Мысырға ябырыласаҡ ете йыллыҡ аслыҡ дәүеренә, йәғни илде йотлоҡтан ҡотҡарыу өсөн ҡалдырылһын.
Йософтоң Мысыр хакимы булыуы
37Йософтоң һүҙҙәре фирғәүен менән һарай әһелдәренең күңеленә хуш килде.
38– Бүтән бындай кешене табып булмаҫ, – тине фирғәүен үҙенең янындағыларға. – Алла рухы бар унда!
39Шунан ул Йософҡа былай тине:
– Быларҙы Алла һиңә асҡан икән, тимәк, һинән дә зирәгерәк һәм аҡыллыраҡ башҡа кеше юҡ. 40Ошо көндән алып минең биләмәләремдә һин хөкөм йөрөтәсәкһең, халҡым һине тыңлаясаҡ. Бары тик тәхетем менән генә мин һинән юғарыраҡ буласаҡмын.
41– Шуны бел: мин һине бөтә Мысырға идара итергә ҡуям.
42Ул бармағындағы фирғәүен тамғаһы һуғылған йөҙөгөн сисеп Йософҡа кейҙерҙе, нәфис етен кейемдәр бирҙе һәм муйынына алтын сылбыр таҡты. 43Уға үҙенекенән ҡала икенсе дәрәжәләге арбаһын бирҙерҙе. Йософ арбала барғанда уның алдынан: «Юл бирегеҙ!» – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгереп барырға тейештәр ине.
Шулай итеп, фирғәүен Йософто бөтә Мысырға идарасы итеп ҡуйҙы.
44– Мин фирғәүендең ихтыяры шундай, – тине ул Йософҡа. – Ошо көндән башлап бөтә Мысыр ерендә һис кем һинһеҙ ҡулын да, аяғын да ҡыбырҙатмаҫ.
45Фирғәүен Йософҡа Сафнаҫ-Пағнеах тигән мысыр исеме бирҙе һәм уны Аснаҫ исемле ҡыҙға өйләндерҙе, Он#41:45 Он – грекса «Гелиополис» («Ҡояш ҡалаһы»), боронғо Мысыр ҡалаһының атамаһы. Мысырҙарҙың Ҡояш аллаһы Раға табыныу үҙәге шунда урынлашҡан булған. ҡалаһының ҡаһины Потиферағтың ҡыҙы ине ул. Йософ Мысыр менән идара итә башланы. 46Фирғәүенгә хеҙмәт итә башлағанда Йософҡа утыҙ йәш ине. Фирғәүен янынан китеп, Йософ бөтә Мысырҙы йөрөп сыҡты.
47Ете туҡлыҡ йылында ер мул уңыш бирҙе. 48Мысырҙа был йылдарҙа йыйылған бөтә игенде Йософ ҡалаларға бүлде – һәр ҡалаға уның тирә-яғында йыйып алынған игенде һала барҙы. 49Ул диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул тиклем күп иген йыйҙы – хатта иҫәп алып барыуҙан туҡтаны, сөнки һанап бөтөрлөк түгел ине.
50Йотлоҡ башланғансы Он ҡалаһы ҡаһины Потиферағтың ҡыҙы Аснаҫ Йософҡа ике ул табып бирҙе. 51Баш балаһына Йософ Менашше#41:51 Менашше – йәһүд телендә «онотторҙо» тигән мәғәнәлә. тип исем ҡушты: «Алла миңә барлыҡ ҡайғымды һәм атам йортон оноторға ярҙам итте», – тине. 52«Алла мине ғазапҡа дусар булған ерҙә емешле итте», – тип, икенсеһенә Әфраим#41:52 Әфраим – йәһүд телендә «емешле» тигән мәғәнәлә. тигән исем бирҙе.
53Мысырҙа ете уңдырышлы йыл үтеп китте. 54Йософ юрағанса, ете йыллыҡ аслыҡ башланды. Был аслыҡ башҡа илдәрҙе лә солғап алды, ә Мысырҙа иген күп ине. 55Аслыҡ башланып, Мысыр халҡы фирғәүенгә ашлыҡ һорап ялбарырға тотонғас, ул:
– Барығыҙ, Йософтан һорағыҙ, Йософ ни әйтһә, шуны эшләгеҙ, – тине.
56Бөтә ерҙә аслыҡ ине. Йософ, иген бураларын асып, Мысыр халҡына иген һатырға тотондо. Мысырҙа йотлоҡ көсәйә барҙы. 57Башҡа илдәрҙән дә Йософтан ашлыҡ һатып алырға Мысырға ағылдылар, сөнки бөтә ерҙә аслыҡ ҡотора ине.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

YouVersion uses cookies to personalize your experience. By using our website, you accept our use of cookies as described in our Privacy Policy