YouVersion Logo
Search Icon

Башланмыш 36

36
Ғаяздың нәҫеле
1Бына Ғаяздың, йәғни Эдомдың нәҫел шәжәрәһе.
2Ғаяз Ҡәнғән ҡыҙҙарынан ике ҡатын ала – хитти Элондың ҡыҙы Ғадаға, хиууи Сивғондың улы Ғананан тыуған Оһоливамаға, 3– шулай уҡ Исмәғилдең ҡыҙы, Невайоҫтың һеңлеһе Басмаҫҡа өйләнә.
4Ғаяздың ҡатындарының Ғада исемлеһенән Әлифаз, Басмаҫтан – Реғуил, 5Оһоливаманан Йеғуш, Яғлам һәм Ҡорах исемле улдары тыуа.
Был Ғаяздың Ҡәнғәндә тыуған улдары.
6Ғаяз ҡатындарын, улдары һәм ҡыҙҙарын, янындағы бөтә кешеләрен, барлыҡ мал-тыуарын, Ҡәнғәндә тапҡан-таянған һәммә байлығын алды ла, ҡустыһы Яҡупты ҡалдырып, икенсе илгә күсте. 7Байлыҡтары артҡандан-арта барып, уларға бергә йәшәүе тығыҙ була башлағайны: урынлашҡан ерҙәре мал-тыуарҙарына етмәне.
8Ғаяз – Эдом – Сеғир тауҙары янында урынлашты.
9Бына ул Сеғир тауҙары янында йәшәгән Эдом халҡының тәүатаһы Ғаяздың нәҫел шәжәрәһе.
10Ғаяздың улдары:
Әлифаз – Ғаяздың ҡатыны Ғаданан тыуған улы, Реғуил – Ғаяздың Басмаҫтан тыуған улы.
11Әлифаздың улдары: Теман, Омар, Сефо, Ғағтам һәм Ҡыназ. 12Тимнағ, Әлифаздың йәриәһе, уға Ғәмәлек исемле ул тапты.
Был Ғаяздың ҡатыны Ғаданан таралған нәҫел-нәсәбе.
13Реғуилдың улдары: Нахаҫ, Зерах, Шамма һәм Мизза.
Был Ғаяздың Басмаҫтан таралған нәҫел-нәсәбе. 14Сивғондың улы Ғананың ҡыҙы Оһоливаманан Ғаяздың Йеғуш, Яғлам һәм Ҡорах исемле улдары тыуҙы.
15Бына Ғаяздың нәҫел-нәсәбе тармаҡтары. Ғаяздың баш балаһы Әлифаздың нәҫел-нәсәбенән:
Теман тармағы, Омар тармағы, Сефо тармағы, Ҡыназ тармағы; 16Ҡорах тармағы, Ғағтам тармағы, Ғәмәлек тармағы. Был Әлифаздан таралған тармаҡтар, Ғаданың нәҫел-нәсәбе, улар Эдом ерендә йәшәй.
17Ғаяздың улы Реғуилдың нәҫел-нәсәбе:
Нахаҫ тармағы, Зерах тармағы, Шамма тармағы, Мизза тармағы. Былар Реғуилдан таралған тармаҡтар, Ғаяздың Басмаҫтан тыуған балаларының нәҫел-нәсәбе, улар ҙа Эдом ерендә йәшәй.
18Ғаяздың Оһоливаманан тыуған балаларының нәҫел-нәсәбе:
Йеғуш тармағы, Яғлам тармағы һәм Ҡорах тармағы. Былар Ғаяздың ҡатыны, Ғананың ҡыҙы Оһоливаманан тыуған балаларҙан таралған тармаҡтар.
19Ғаяздың (уның икенсе исеме Эдом) нәҫел-нәсәбе һәм уларҙан таралған тармаҡтар бына ошо.
Сеғирҙың нәҫеле
20Ошо илдә йәшәгән хори Сеғирҙең улдары:
Лотан, Шовал, Сивғон, Ғана, 21Дишон, Эсәр һәм Дишан. Былар Эдом илендә йәшәгән Сеғир нәҫел-нәсәбенең хориҙар тармағы.
22Лотандың улдары:
Хори һәм Һемам. Лотандың һеңлеһе Тимнағ ине.
23Шовалдың улдары:
Ғалуан, Манахаҫ, Ғевал, Шефо һәм Онам.
24Сивғондың улдары:
Айяһ һәм Ғана. Атаһы Сивғондың ишәктәрен көтөп йөрөгәндә сүлдә ҡайнар һыулы инештәр тапҡан кеше ул Ғана.
25Ғананың балалары:
Дишон һәм Ғананың ҡыҙы Оһоливама. 26Дишондың улдары: Хәмдан, Әшбан, Иҫран һәм Керан.
27Эсәрҙең улдары:
Билһан, Зағауан һәм Ғаҡан.
28Дишандың улдары: Ғус менән Аран. 29Хориҙарҙың тармаҡтары түбәндәгесә:
Лотан тармағы, Шовал тармағы, Сивғон тармағы, Ғанаһ тармағы, 30Дишон тармағы, Эсәр тармағы һәм Дишан тармағы. Былар Сеғирҙа йәшәгән хори халҡы тармаҡтары.
Эдом батшалары
31Былар исраилдарҙа батшалар барлыҡҡа килгәнгә тиклем Эдомда хакимлыҡ иткән батшалар:
32Беғор улы Белағ. Уның баш ҡалаһы Динһава тип атала. 33Белағ донъя ҡуйғас, Босранан Зерахтың улы Йовав тәхеткә ултыра. 34Йовав мәрхүм булғас, Теман иленән Хушам батша була. 35Хушам вафат булғандан һуң, Моав тигеҙлегендә мидйәндәрҙе тар-мар иткән Бедад улы Һадад батшалыҡ итә, уның баш ҡалаһы Ғауиҫ тип атала. 36Һадад үлгәс, уның урынына Масреҡанан Самла батша була. 37Самла үлгәс, уның урынына йылға буйындағы Реховоҫтан Шаул батша була. 38Шаул үлгәс, уның урынына тәхеткә Ғахбор улы Бәғел-Ханан батша булып ултыра. 39Ахбор улы Бәғел-Ханан үлгәс, уның урынына тәхеткә Һадар ултыра. Уның баш ҡалаһы Пағу, ҡатынының исеме – Меһетавел. Меһетавел – Матредтың ҡыҙы, Мезаһавтың ейәнсәре була.
40Ғаяз нәҫеленән булған башлыҡтарҙың тармаҡтарына һәм йәшәгән ерҙәренә күрә исемдәре бына шулар.
Тимнағ, Ғалуа, Йеҫеҫ, 41Оһоливама, Эла, Пинон, 42Ҡыназ, Теман, Мивсар, 43Магдиил, Ғирам. Эдомда йәшәгән тармаҡтар һәм илдә улар йәшәгән урындар бына шулар.
Эдом халҡының тәүатаһы – Ғаяз.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

YouVersion uses cookies to personalize your experience. By using our website, you accept our use of cookies as described in our Privacy Policy