YouVersion Logo
Search Icon

Башланмыш 34

34
Динә һәм Шәхәм халҡы
1Яҡуптың Лиәнән тыуған ҡыҙы Динә бер көндө бындағы ҡыҙҙарҙы күрергә тип ҡалаға сыҡты. 2Был ерҙең хакимы хиууи Хаморҙың улы Шәхәм ҡыҙҙы күрҙе лә тотоп алып көсләне. 3Ул Яҡуптың ҡыҙы Динәгә ғашиҡ булды, һөйөүе хаҡында матур һүҙҙәр әйтте, 4ә атаһы Хаморға:
– Шул ҡыҙҙы миңә кәләш итеп алып бир, – тип ялынды.
5Яҡуп ҡыҙы Динәнең мәсхәрә ителеүен ишетте, әммә, улдары яланда мал янында булғанлыҡтан, улар ҡайтҡансы бер нәмә лә өндәшмәне. 6Шәхәмдең атаһы Хамор Яҡуп менән һөйләшергә килде. 7Яҡуп улдары ла, хәлде ишетеп, утлауҙан ҡайтып инде. Улар асыуҙарынан ярһығайны, сөнки Шәхәмдең Яҡуптың ҡыҙын көсләүе – Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырыу менән бер һәм быға юл ҡуйырға ярамай ине!
8Хамор уларға былай тине:
– Улым Шәхәм ҡыҙығыҙға ғашиҡ булған. Зинһар, уны уға ҡатын итеп бирегеҙ! 9Беҙҙең менән туғанлашырһығыҙ, һеҙ ҡыҙҙарығыҙҙы беҙҙең егеттәргә кейәүгә бирегеҙ, ә беҙҙең ҡыҙҙарҙы үҙегеҙгә кәләш итеп алығыҙ. 10Бергәләшеп татыу йәшәйек. Илебеҙ күҙ алдығыҙҙа – ошонда ҡайҙа теләһәгеҙ шунда төйәкләнегеҙ, ер биләй алаһығыҙ.
11Ә Шәхәм үҙе Динәнең атаһы менән ағаларына былай тине:
– Әгәр күңелегеҙгә хуш килһәм, мин һеҙгә нимә һораһағыҙ ҙа бирергә әҙермен! 12Иң ҙур ҡалым, иң бай бүләктәр һорағыҙ – бер ни йәл түгел, тик ҡыҙығыҙҙы миңә кәләш итеп бирегеҙ.
13Яҡуптың улдары, һеңлеләре Динәне мәсхәрә иткән Шәхәмгә һәм уның атаһы Хаморға хәйлә менән яуап бирҙе.
14– Беҙ улай итә алмайбыҙ, – тине улар. – Һеңлебеҙҙе сөннәтһеҙ кешегә биреү беҙҙең өсөн хурлыҡ. 15Беҙ тик бер шарт менән генә риза була алабыҙ: әгәр һеҙ беҙҙең кеүек булһағыҙ – ирҙәрегеҙҙең барыһын да сөннәткә ултыртһағыҙ ғына. 16Шул ваҡытта беҙ һеҙгә ҡыҙҙарыбыҙҙы бирербеҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы кәләш итеп алырбыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәп, бер халыҡ булып китербеҙ. 17Әгәр инде беҙҙе тыңламаһағыҙ, сөннәткә ултырмаһағыҙ, һеңлебеҙҙе алабыҙ ҙа бынан китәбеҙ.
18Хамор менән Шәхәм был шартҡа күнде. 19Йәш егет был эште һуҙып торманы, сөнки Яҡуптың ҡыҙын шул тиклем ярата ине. Ә ул атаһының нәҫел-ырыуы араһында иң хөрмәтле кеше ине. 20Хамор менән Шәхәм, ҡала ҡапҡаһына сығып, ҡалала йәшәүселәргә:
21– Был кешеләр беҙҙе дуҫ күрәләр. Әйҙә, улар беҙҙең ерҙә урынлашып, иркен күсеп йөрөһөндәр. Ер күп бит. Беҙ уларҙың ҡыҙҙарына өйләнербеҙ, уларға үҙебеҙҙең ҡыҙҙарыбыҙҙы бирербеҙ. 22Тик уларҙың беҙҙең менән бер халыҡ булып йәшәү өсөн шарттары бар: беҙҙә бөтә ирҙәр ҙә, уларҙағы кеүек, сөннәтләнергә тейеш. 23Әгәр шул шартты ҡабул итһәк, уларҙың көтөүҙәре, мөлкәте, мал-тыуары беҙҙеке буласаҡ, улар беҙҙең менән йәшәйәсәк!
24Ҡала ҡапҡаһы янына йыйылған кешеләр Хамор менән уның улы Шәхәмдең әйткәненә риза булды, бөтә ирҙәр ҙә сөннәткә ултырҙы. 25Ә өсөнсө көнөнә, улар һыҙланышып ятҡанда, Яҡуптың улдары Шимғон менән Леви бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ ҡалаға инде лә бөтә ирҙәрҙе ҡылыстан үткәрҙе. 26Хамор менән Шәхәмде лә һуйып, Шәхәмдең өйөнән Динәне алып сығып киттеләр.
27Шунан, һуйыш булған урынға кире килеп, Яҡуптың улдары һеңлеләре мәсхәрә ителгән ҡаланы таланы. 28Улар һарыҡ, һыйыр, ишәктәрҙе ҡыуып алып китте, ҡалала һәм баҫыуҙа нимә тапһа, шуны алды. 29Ҡала кешеләренең бөтә мөлкәтен, уларҙың бала-сағаларын, ҡатын-ҡыҙҙарын әсир иттеләр, йорттарҙағы бөтә булған нәмәне алып киттеләр.
30Яҡуп Шимғон менән Левиға:
– Башыма бәлә килтерҙегеҙ һеҙ! Урындағы халыҡ – ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәрҙе миңә дошман иттегеҙ, – тине. – Кешеләребеҙ аҙ, хәҙер улар күмәкләшеп килер ҙә мине үлтерер, бөтә ырыуыбыҙ һәләк булыр!
31Шимғон менән Леви:
– Ә һеңлебеҙҙе, аҙғын ҡыҙ һымаҡ итеп, мыҫҡыл итергә ярай инеме ни? – тип яуапланылар.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

YouVersion uses cookies to personalize your experience. By using our website, you accept our use of cookies as described in our Privacy Policy