YouVersion Logo
Search Icon

Башланмыш 32

32
1Яҡуп үҙ юлы менән китте һәм уны Алланың фәрештәләре ҡаршы алды. 2Яҡуп, уларҙы күргәс:
– Алла тупламылыр был, – тине лә был урынды Маханаим#32:2 Маханаим – йәһүд телендә «ике туплам» тигән мәғәнәлә. тип атаны.
Яҡуптың Ғаяз менән осрашырға әҙерләнеүе
3Яҡуп Эдом илендәге Сеғир еренә ағаһы Ғаязға сапҡын ебәреп, 4уға шуны еткерергә ҡушты:
– Хакимым Ғаязға шул мәғлүм булһын: «Ҡолоң Яҡуп оҙаҡ ҡына ситтә, Лаванда йәшәне. 5Хәҙер минең эре һәм ваҡ малым, ишәктәрем, ҡолдарым һәм ҡолиәләрем бар. Мин һиңә, хакимыма, ошо хәбәрҙе ебәреп, ыңғай ҡарашыңа өмөт итәм».
6Әйләнеп килгән сапҡындар Яҡупҡа:
– Ағайың Ғаяз янында булдыҡ, – тинеләр. – Ул дүрт йөҙ кеше менән һиңә ҡаршы килә.
7Яҡуптың ҡото осто, ҡаушап төштө. Үҙе менән булған кешеләрен, мал-тыуарын, дөйәләрен ике тупламға бүлде. 8«Әгәр Ғаяз бер тупламға һөжүм итһә, – тип уйланы Яҡуп, – икенсеһе ҡасып ҡотола алыр». 9Шунан былай тип ялбарҙы:
– Олатайым Ибраһимдың Аллаһы, атайым Исхаҡтың Аллаһы! Раббым, Һин миңә йортома, туғандарым янына ҡайтырға бойорҙоң, игелек ҡылырмын, тинең! 10Мин ҡолоңа күрһәткән мөхәббәт һәм тоғролоғоңа лайыҡ түгелмен. Иордан аръяғына ҡулымдағы бер таяғым менән генә сығып киткәйнем, хәҙер минең байлығым ике туплам. 11Ағайым Ғаяздан һаҡлай күр мине. Мин ҡурҡам: килер ҙә мине лә, балаларым менән әсәләрен дә үлтерер! 12Эй Раббым, Мин һиңә игелек ҡылырмын, тоҡомоңдо диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул саҡлы ишәйтермен, тип вәғәҙә иткәйнең бит!
13Яҡуп ул төндө шунда үткәрҙе лә иртәгәһен Ғаязға бүләккә көтөүҙәренән мал – 14ике йөҙ кәзә, егерме кәзә тәкәһе, ике йөҙ һарыҡ, егерме һарыҡ тәкәһе, 15буталары менән утыҙ баш һауын дөйә, ҡырҡ һыйыр, ун үгеҙ, егерме инә ишәк, ун ата ишәк һайлап алды. 16Уларҙы хеҙмәтселәренә тапшырҙы, һәр көтөүгә айырым ҡыуғынсы ҡуйҙы ла:
– Минән алда китегеҙ, бер көтөү менән икенсе көтөү араһында ара ҡалдырып һәр берегеҙ айырым-айырым барығыҙ, – тине.
17– Ағайым Ғаязды осратҡас, – тине ул ҡыуғынсыларҙың тәүгеһенә, – ул һинән: «Хужаң кем? Ҡайҙа бараһың? Кемдең малын ҡыуаһың?» – тип һорар. 18Әйт: «Был ҡолоң Яҡуптың малы, ул уны бүләк итеп хакимы Ғаязға ебәрҙе. Ә Яҡуп үҙе арттан килә».
19Икенсе ҡыуғынсыға ла, өсөнсөһөнә лә, ҡалғандарына ла Ғаяз менән осрашҡанда бер үк һүҙҙе әйтергә – 20мотлаҡ рәүештә: «Ҡолоң Яҡуп арттан килә», – тип өҫтәргә ҡушты. Шул рәүешле алдан бүләктәр ебәреп, Яҡуп Ғаяздың күңелен йомшартырға булды. Ә һуңынан уның күҙенә үҙем күренермен, бәлки, шунан ул мине яҡшы ҡабул итер, тип уйланы.
21Бүләктәрен алдан ебәреп, Яҡуп тупламда ҡунырға ҡалды.
Яҡуптың Алла менән көрәшеүе
22Яҡуп төндә тороп ике ҡатынын, ике йәриәһен, ун бер улын алды ла Яббоҡ йылғаһын кисеп сыҡты. 23Уларҙың барыһын да ҡаршы ярға сығарҙы, булған бөтә нәмәһен күсерҙе лә 24бер үҙе ҡалды.
Бына бер ваҡыт Кемдер Берәү уның менән алыша башланы – таң атҡансы көрәште ул. 25Яҡупты еңә алмаҫын күреп, Ул уның янбашына быуынын сығарғансы һуҡты ла былай тине:
26– Ебәр мине. Таң атты инде.
– Миңә фатихаңды бирмәйенсә ебәрмәйем, – тине Яҡуп.
27– Исемең кем? – тип һораны Теге.
– Яҡуп, – тине.
28Шунда Теге әйтте:
– Ошо көндән башлап һинең исемең Яҡуп түгел, ә Исраил#32:28 Исраил – йәһүд телендә «Алла менән көрәшкән» йәки «Алла көрәшкән» тигән мәғәнәлә. булыр, һин Алла менән дә, әҙәм балалары менән дә көрәштең һәм еңдең.
29– Үҙеңдең исемеңде әйтһәңсе! – тип үтенде Яҡуп.
Әммә Теге яуап бирҙе:
– Ни өсөн һин Минең исемемде һорайһың?
Ошонда Ул Яҡупҡа фатиха бирҙе.
30Был хәл булған урынды Яҡуп Пениил#32:30 Пениил – йәһүд телендә «Алланың йөҙө» тигән мәғәнәлә. тип атаны, сөнки: «Ошонда мин күҙмә-күҙ Алланы күреп, тере ҡалдым», – тине. 31Ҡояш сыҡҡан саҡта Яҡуп Пениилдан китте. Уның бер аяғы аҡһай ине. 32Шуға күрә Исраилдың нәҫел-нәсәбе ошо көнгә тиклем хайуан ботондағы һеңерле итте ашамай – Яҡуп менән Алышҡан Зат уның янбашындағы тап ошо еренә һуҡҡан бит.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

YouVersion uses cookies to personalize your experience. By using our website, you accept our use of cookies as described in our Privacy Policy