Римдарға 9
9
Алла һәм Уның халҡы
1Мәсихтеке булғанға күрә хәҡиҡәт һөйләйем, һөйләгәндәрем ялған түгел, был турала Изге Рух аша намыҫым раҫлай. 2Йөрәгем халҡым өсөн оло ҡайғы һәм өҙлөкһөҙ ғазап менән тулы. 3Әгәр үҙ халҡыма, ҡан-ҡәрҙәштәремә был ярҙам итә алһа, Мәсихтән айырылып, ҡәһәрләнгән килеш ҡалыуҙы хуп күрер инем. 4Улар – израилдәр, Алла уларҙы Үҙ балалары итеп һайлап алды, уларға данын асты, улар менән килешеүҙәр төҙөлдө, ҡанун, ғибәҙәт ҡылыу тәртибе өйрәтелде, вәғәҙәләр бирелде. 5Улар беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин.
6Әммә Алла һүҙе ғәмәлгә ашмай ҡалды тигәнде аңлатмай, сөнки Израилдәгеләрҙең бөтөнөһө лә ысын Израиль кешеһе түгел. 7Ибраһим нәҫеленән булғандарҙың һәммәһе лә уның ысын балалары түгел. «Һинең нәҫелең Исхаҡ аша килер», – тигән бит Алла. 8Йәғни Ибраһимдың барлыҡ балалары ла Алланыҡы тигәнде аңлатмай, Алла вәғәҙәһе буйынса тыуғандар ғына Уның балалары һанала. 9Вәғәҙә һүҙе былай: «Бер йылдан ошо ваҡытта ҡайтырмын, ул мәлдә Сараның улы тыуған булыр». 10Ул ғына ла түгел, Рабиға ла атабыҙ Исхаҡтан игеҙәк ир балаларға ауырлы булған. 11-12Балалар тыумаҫ элек һәм бер ниндәй яҡшылыҡ та, яманлыҡ та ҡылырға өлгөрмәгән саҡтарында уҡ Алла Рабиғаға: «Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итәсәк», – тип белдергән. Ул бының менән Үҙенең һайлап алыу ниәте уларҙың эштәренә түгел, ә Саҡырыусыға бәйле икәнлеген күрһәткән. 13Был турала Изге Яҙмала: «Мин Яҡубты яраттым, ә Исавтан баш тарттым», – тип әйтелгән.
14Ни тиергә һуң? Әллә Алла ғәҙел түгелме? Улай түгел, әлбиттә! 15Мусаға Ул: «Шәфҡәт күрһәтергә теләгәнемә шәфҡәт күрһәтермен, йәлләргә теләгәнемде йәлләрмен», – тигән. 16Тимәк, бөтөн нәмә кеше теләгенә йәки тырышлығына түгел, ә шәфҡәт күрһәтеүсе Аллаға бәйле. 17Изге Яҙмала Алла фирғәүенгә былай тигән: «Үҙемдең ҡөҙрәтемде һинең аша күрһәтергә һәм тотош Ер йөҙөндә исемем иғлан ителһен өсөн Мин һине батша дәрәжәһенә күтәрҙем». 18Шулай итеп, Алла Үҙе теләгән кешегә шәфҡәт күрһәтә һәм теләгән кешеләрен тиҫкәре, Үҙ тауышына ҡарата һаңғырау итә.
Алланың асыуы һәм шәфҡәте
19Берәйегеҙ минән: «Шулай булғас ниңә беҙҙе ғәйепләй һуң? Уның ихтыярына берәйһе ҡаршы килә аламы ни?» – тип һорар. 20Эй һин, әҙәм балаһы, Алла менән бәхәсләшергә кем һуң һин? Көршәк үҙен яһаусыға: «Ни эшләп һин мине былай итеп яһаның?» – тип әйтерме? 21Көршәксенең бер үк балсыҡтан бер һауытты – биҙәүестәр өсөн ҡиммәтле, ә икенсеһен сүп-сар өсөн ябай итеп яһарға хоҡуғы юҡмы ни? 22-23Алла ла шулай уҡ эшләне түгелме һуң? Әгәр Ул Үҙенең асыуын һәм ҡөҙрәтен күрһәтергә теләп, һәләкәткә дусар ителгән «нәфрәт көршәктәре»нә ҡарата ҙур сабырлыҡ күрһәткән булһа? Быны Ул Үҙенең даны хаҡына алдан уҡ Үҙе әҙерләгән «шәфҡәт көршәктәре»нә Үҙенең данының байлығын асыу өсөн дә эшләне. 24Әлеге «шәфҡәт көршәктәре» – беҙ, Алла беҙҙе саҡырҙы – йәһүдтәрҙе генә түгел, йәһүд булмағандарҙы ла. 25Осия китабында Алла былай тип әйткән:
«Минең халҡым булмағанды – Үҙ халҡым,
ҡәҙерле булмағанды ҡәҙерлем тип атармын.
26„Һеҙ Минең халҡым түгел“, – тип әйтелгән урында
улар мәңге тере Алланың балалары тип аталырҙар».
27Ишағыя пәйғәмбәр иһә Израиль тураһында былай тип иғлан иткән:
«Израилдәрҙең һаны диңгеҙ ярындағы ҡом бөртөктәре хәтлем булһа ла,
уларҙың аҙҙары ғына ҡотолор.
28Сөнки Раббы, ер йөҙөндә хөкөмөн тиҙ арала тамамлап,
тәүәккәл эш башҡарыр».
29Ишағыя алдан уҡ әйткәнсә:
«Әгәр сикһеҙ Ҡөҙрәтле Раббы нәҫел ҡалдырмаһа,
беҙ Содом кеүек булыр һәм Гоморраға оҡшар инек».
30Ни тип әйтергә һуң? Аҡланыуға ынтылмаған бүтән халыҡтар аҡланыу алды. Был аҡланыу иман аша булды. 31Израиль иһә ҡанун үтәү юлы аша аҡланыу табырға ынтылды, әммә быға өлгәшә алманы. 32Ни өсөн? Сөнки аҡланыуҙы иман нигеҙендә түгел, ә ҡанун нигеҙендә эҙләнеләр. Шуға ла улар «ташҡа» абынды. 33Изге Яҙмала был таш тураһында былай тип әйтелгән:
«Бына, Сионда кешеләрҙе абындырасаҡ бер таш
һәм улар абынып йығыласаҡ бер ҡая ҡуям.
Әммә Уға инаныусы һис кем оятҡа ҡалмаҫ».
Currently Selected:
Римдарға 9: BskNT14
Highlight
Copy
Compare
Share
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014

: