Римдарға 7
7
Ҡанун өсөн үлеләр
1Имандаштар, ҡанунды белгән кешеләр булараҡ, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: әҙәм иҫән ваҡытта ғына ҡанун уның өҫтөнән хакимлыҡ итә. 2Мәҫәлән, кейәүҙәге ҡатын ире иҫән саҡта ҡанун аша уға бәйле, әммә ире үлһә – иренә бәйләп торған ҡанундан азат ителә. 3Шуға күрә ире иҫән саҡта башҡа ирҙеке лә булһа, зина ҡылыу тип иҫәпләнә, ә инде ире үлһә, ҡатын әлеге ҡанундан азат, ул бүтәнгә кейәүгә сыға ала һәм был зина ҡылыуға һаналмай. 4Шуның кеүек һеҙ ҙә, имандаштарым, Аллаға файҙалы хеҙмәт итеү өсөн башҡа Берәүҙеке, йәғни үленән терелтелгән Мәсихтеке булырға, Мәсих тәне арҡылы ҡанунға ҡарата үлдегеҙ. 5Гонаһлы тәбиғәтебеҙ хакимлығы аҫтында сағыбыҙҙа, ҡанун тәнебеҙҙәге гонаһлы нәфселәрҙе уятты һәм ҡылған бар нәмәләребеҙҙең аҙағы үлем менән тамамланды. 6Әммә элек беҙҙе бәйләп торған ҡанунға ҡарата үлгәс, был ҡанундан азат булдыҡ һәм хәҙер Аллаға элеккесә – яҙылған ҡанун буйынса түгел, ә яңыса – Рух буйынса хеҙмәт итәбеҙ.
Ҡанун һәм гонаһ
7Ни тип әйтергә һуң? Ҡанун гонаһ буламы ни? Әлбиттә, юҡ! Ҡанун булмаһа, гонаһтың нимә икәнен дә белмәҫ инем. Әгәр ҡанунда: «Башҡаныҡына нәфсеңде һуҙма» тигән тыйыу булмаһа, нәфсенең нимә икәнлеген белмәҫ тә инем. 8Әммә гонаһ, ошо әмерҙән файҙаланып, миндә һәр төрлө нәфсе теләктәр уятып ебәрҙе, әммә гонаһ ҡанундан башҡа – үле. 9Ҡасандыр мин ҡанунһыҙ йәшәй инем, ләкин Алланың әмере мәғлүм булғас, гонаһ терелде, 10һәм мин үлдем. Шулай итеп, йәшәү бирергә тейешле әмер үлем алып килде. 11Сөнки гонаһ, ошо әмерҙән файҙаланып, мине алдап, уның аша үлемгә килтерҙе. 12Әммә ҡанун үҙе – изге, әмер ҙә шулай уҡ изге лә, ғәҙел дә, яҡшы ла.
13Шулай итеп, был яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙеме ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә гонаһ гонаһ рәүешендә танылһын өсөн, ошо ниндәйҙер яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙе. Тимәк, әмер аша гонаһтың сикһеҙ яманлығы күренде.
Гонаһ менән көрәшеү
14Ҡанундың Рух аша бирелгәнлеген беләбеҙ, ә мин иһә гонаһлы тәбиғәтем хакимлығындамын һәм гонаһҡа ҡол итеп һатылғанмын. 15Үҙемдең ни эшләгәнемде аңламайым, сөнки теләгәнемде түгел, ә күрә алмаған нәмәләрҙе ҡылам. 16Әгәр ҙә мин үҙем теләмәгәнде эшләйем икән, ҡанун яҡшы тип, уның менән килешәм. 17Шулай булғас, быларҙы мин түгел, ә миндә йәшәүсе гонаһ ҡыла. 18Миндә, йәғни гонаһлы тәбиғәтемдә, бер генә изгелек тә йәшәмәгәнлеген беләм. Миндә яҡшылыҡ эшләү теләге булһа ла, башҡара алмайым. 19Эшләргә теләгән изгелекте түгел, ә теләмәгән яуызлыҡты ҡылам. 20Теләмәгән нәмәне эшләйем икән, мин түгел, ә миндә йәшәүсе гонаһ ҡыла.
21Шулай итеп, үҙем өсөн бына шундай ҡанундың эш итеүен белеп ҡалдым: мин яҡшылыҡ эшләргә теләйем, әммә яманлыҡ ҡылыуҙан арына алмайым. 22Күңелемдә Алла ҡанунын ихлас хуплайым, 23әммә тәнемдә башҡа бер ҡанундың эш итеүен күрәм. Ул иһә аҡылым хуплаған ҡанунға ҡаршы көрәшә һәм мине үҙемдәге гонаһ ҡанунына буйһондора. 24Бәхетһеҙ кешемен мин! Үлемгә дусар иткән был аяныслы хәлемдән берәйһе ҡотҡарырмы? 25Эйе, һәм шуның өсөн дә мин Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Аллаға рәхмәтлемен. Шулай итеп, аҡылым менән Алла ҡанунына, ә гонаһлы тәбиғәтем менән гонаһ ҡанунына хеҙмәт итәм.
Currently Selected:
Римдарға 7: BskNT14
Highlight
Copy
Compare
Share
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014

: