Римдарға 16
16
Сәләмдәр
1Һеҙгә Кенхрейҙағы берҙәмлектең ярҙамсыһы ҡыҙ имандашыбыҙ Фиваны тәҡдим итәм. 2Ул Раббыныҡы булғанға күрә, уны изгеләргә лайыҡлы булғанса ҡабул итегеҙ һәм тейешле ярҙам күрһәтегеҙ, сөнки ул күптәрҙе, минең үҙемде лә ҡурсаланы. 3Минең менән бергә Ғайса Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Прискилла менән Акилаға сәләм әйтегеҙ. 4Улар минең тормошом хаҡына ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтөн берҙәмлектәре лә рәхмәтле. 5Уларҙың йортонда йыйылыусы берҙәмлеккә лә сәләмдәремде еткерегеҙ. Асия өлкәһендә Мәсихкә беренсе булып инаныусы ҡәҙерле дуҫым Епенетҡа сәләм тапшырығыҙ. 6Һеҙҙең өсөн күп тырышлыҡтар һалған Мәрйәмгә сәләм әйтегеҙ. 7Минең менән бергә тотҡонлоҡта булған яҡташтарым Андроник менән Юнияға сәләм тапшырығыҙ. Улар илселәр араһында мөһим урын алып тора, һәм Мәсихкә миңә тиклем үк инанғандар. 8Раббы мине мөхәббәт ептәре менән бәйләгән ҡәҙерле дуҫым Амплийға сәләм әйтегеҙ. 9Беҙҙең менән Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Урбанға һәм ҡәҙерле дуҫым Стахийға сәләм белдерегеҙ. 10Мәсихкә тоғролоғо һыналған Апеллесҡа, Аристовул йортондағыларға сәләм еткерегеҙ. 11Яҡташым Иродионға сәләм әйтегеҙ, Наркисс йортондағыларҙың Раббыға инаныусыларына сәләм күндерегеҙ. 12Раббы хаҡына тырышып хеҙмәт итеүсе Трифен менән Трифосҡа ла сәләм. Раббы хаҡына күп тырышлыҡ һалған ҡәҙерле Персидаға сәләмдәремде әйтегеҙ. 13Раббы тарафынан һайланған Руфты һәм уның әсәһен сәләмләгеҙ. Уның әсәһе миңә лә әсәй кеүек. 14Асинкрит, Флегонт, Ером, Патров, Ермийға һәм улар менән булған имандаштарға сәләм әйтегеҙ. 15Филолог менән Юлияға, Нирей менән уның һеңлеһенә, Олимпанға һәм улар менән бергә булған бөтөн изгеләргә сәләм. 16Бер-берегеҙҙе изге үбеү менән сәләмләгеҙ. Мәсихтең бөтөн берҙәмлектәре һеҙгә сәләм тапшыра.
Һуңғы нәсихәттәр
17Имандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, шул рәүешле бүленеш килтереп сығарыусы һәм тоғро юлдан яҙҙырыуға сәбәп тыуҙырыусыларҙан һаҡ булығыҙ һәм ундайҙарҙан ситләшегеҙ. 18Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ҡарындарына хеҙмәт итә. Ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай. 19Һеҙҙең Һөйөнөслө Хәбәр буйынса йәшәүегеҙ һәммәһенә лә мәғлүм. Шуға күрә мин һеҙҙең өсөн шатланам һәм яҡшылыҡҡа ҡарата зирәк, яманлыҡҡа ҡарата хәйләһеҙ булыуығыҙҙы теләйем. 20Именлек Аллаһы Иблисте тиҙҙән аяҡтарығыҙ аҫтында иҙәсәк. Раббыбыҙ Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.
21Хеҙмәттәшем Тимофей һәм яҡташтарым Луций, Иасон менән Сосипатр һеҙгә сәләм ебәрә. 22Ошо хатты Павел һүҙҙәренән яҙыусы мин, Тертий ҙа, һеҙҙең менән Раббы аша бәйләнгән кеше булараҡ, һеҙҙе сәләмләйем. 23-24Мине өйөндә һәр саҡ ихлас ҡабул иткән һәм уның йортонда йыйылған имандаштарҙың барыһы өсөн дә ишеге асыҡ булған Гай һеҙҙе сәләмләй. Ҡала милке менән идара итеүсе Ераст, имандашыбыҙ Кварт һеҙгә сәләм ебәрә#16:24 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 24-се аят та бар: «Раббыбыҙ Ғайса Мәсих мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын. Амин».. 25-26Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙе иманда нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр – боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Мәсихкә иман итһен һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһен өсөн, мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде. 27Берҙән-бер зирәк Аллаға Ғайса Мәсих аша мәңгелек дан булһын! Амин#16:25-27 Ҡайһы бер ҡулъяҙмаларҙа 16:25-27-се аят йә 14:23-сө; 15:33-сө аяттарҙан һуң килә, йә улар бөтөнләй юҡ..
Currently Selected:
Римдарға 16: BskNT14
Highlight
Copy
Compare
Share
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014