Римдарға 10:11-13
Римдарға 10:11-13 BSKNT14
Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Уға инаныусы һис кем оятҡа ҡалмаҫ». Бында иһә йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар араһында айырма юҡ, сөнки бөтөнөһө өсөн дә Раббы бер үк, Уға үтенеп мөрәжәғәт итеүселәргә Ул йомартлыҡ күрһәтә. «Раббыға мөрәжәғәт иткән һәр кем ҡотолор».





