Шул сәбәпле Алла кешеләрҙе хурлыҡлы нәфселәренә тапшырҙы: ҡатындар тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙы тәбиғи булмағанына алмаштырҙы. Шулай уҡ ирҙәр ҙә, ҡатындар менән тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙы ташлап, бер-береһенә ҡарата аҙғын теләк менән янды, бер-береһе менән оятһыҙлыҡ ҡылды һәм, хәҡиҡәттән тайпылғандары өсөн, ҡылғандарына ярашлы язаһын алды.
Был кешеләр Алланы танып белеүҙе кәрәк тип тапмағанға күрә, Алла уларҙы боҙоҡ аҡылдары ихтыярына бирҙе, һөҙөмтәлә улар ҡылырға ярамаған эштәрҙе ҡыла башланы.