1
Филиппойҙарға 4:6
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә Алла алдында үтенестәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.
Compare
Explore Филиппойҙарға 4:6
2
Филиппойҙарға 4:7
Шулай булһа, әҙәм аҡылы етмәҫтәй, бар нәмәнән юғары булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Ғайса Мәсихтә һаҡлар.
Explore Филиппойҙарға 4:7
3
Филиппойҙарға 4:8
Ниһайәт, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, яратыуға, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ.
Explore Филиппойҙарға 4:8
4
Филиппойҙарға 4:13
Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсихтә барыһын да булдыра алам.
Explore Филиппойҙарға 4:13
5
Филиппойҙарға 4:4
Раббыла һәр ваҡыт ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм: ҡыуаныс табығыҙ!
Explore Филиппойҙарға 4:4
6
Филиппойҙарға 4:19
Аллам һеҙҙең бар ихтыяждарығыҙҙы Ғайса Мәсих аша данлы байлығынан ҡәнәғәтләндерәсәк!
Explore Филиппойҙарға 4:19
7
Филиппойҙарға 4:9
Минән өйрәнгән, отоп алған һәм ишетеп-күргәндәрегеҙҙең барыһын да башҡарығыҙ, шул ваҡытта именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.
Explore Филиппойҙарға 4:9
8
Филиппойҙарға 4:5
Башҡаларға яғымлы булыуығыҙ бөтә кешеләргә лә билдәле булһын. Раббы яҡынлаша.
Explore Филиппойҙарға 4:5
9
Филиппойҙарға 4:12
Мин фәҡирлектә лә, муллыҡта ла йәшәй беләм: туҡмынмы йәки асмынмы, муллыҡтамы, мохтажлыҡ кисерәмме – һәр ваҡыт һәм төрлө хәлдәрҙә лә ҡәнәғәт булырға өйрәндем.
Explore Филиппойҙарға 4:12
10
Филиппойҙарға 4:11
Был хаҡта мин мохтажлығым булғандан әйтмәйем, сөнки булғаны менән ҡәнәғәтләнергә өйрәндем.
Explore Филиппойҙарға 4:11
Home
Bible
Plans
Videos