Әгәр инде Раббы ғәҙәттән тыш ғәмәл ҡылып, ер ауыҙын асһа һәм уларҙы барлыҡ мөлкәттәре менән бергә йотһа, улар тереләй үлеләр донъяһына төшһә, был кешеләрҙең Раббынан ваз кискәнен аңларһығыҙ.
Мусаның ошо һүҙҙәрҙе әйтеүе булды, тегеләр аҫтында ер ярылып китте. Ер ауыҙын асты ла уларҙы, ғаиләләрен, Ҡорах яҡлыларҙы һәм бөтә мал-мөлкәтен йотто.