1
Иҫәп 14:9
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Фәҡәт Раббыға ҡаршы баш күтәрмәгеҙ. Ул ерҙәрҙең халҡынан ҡурҡмағыҙ. Беҙ уларҙы икмәк кеүек ашап бөтөрәсәкбеҙ. Яҡлаусылары уларҙы ташлап китте, ә беҙҙең менән – Раббы. Уларҙан ҡурҡмағыҙ!
Compare
Explore Иҫәп 14:9
2
Иҫәп 14:18
Һин Үҙең бит: «Раббы сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, ғәйептәрҙе һәм енәйәттәрҙе ғәфү итеүсе, әммә язаһыҙ ҡалдырмаусы, ә аталарының ғәйебе өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаусы», – тип әйткәйнең.
Explore Иҫәп 14:18
3
Иҫәп 14:8
Әгәр Раббы беҙгә ҡарата миһырбанлы булһа, беҙҙе унда индерер, һөт һәм бал ағып ятҡан ул ерҙәрҙе беҙгә бирер.
Explore Иҫәп 14:8
4
Иҫәп 14:24
Ҡолом Калевты иһә, унда башҡа рух булғаны һәм дә бөтә булмышы менән Миңә эйәргәне өсөн, үҙе ҡарап ҡайтҡан ерҙәргә индерермен, ул ерҙәргә уның тоҡомо хужа булыр.
Explore Иҫәп 14:24
5
Иҫәп 14:28
Һин уларға әйт: «Барлығым менән ант итәм, һеҙ Минән көткән яуызлыҡтарҙы эшләрмен, – тип белдерә Раббы.
Explore Иҫәп 14:28
6
Иҫәп 14:11
Раббы Мусаға былай тине: – Был халыҡ тағы күпме Минең йәнемде талар? Араларында күрһәткән мөғжизәләргә шаһит була тороп та, ҡасанға тиклем ул Миңә ышанмаҫ?
Explore Иҫәп 14:11
7
Иҫәп 14:2
Исраилдар Муса менән Һарунға зарланды; бөтә йәмғиәт уларға: – Мысыр ерендә һәләк булһаҡ йә ошо сүллектә генә үлеп ҡалһаҡсы!
Explore Иҫәп 14:2
8
Иҫәп 14:6-7
Ерҙе ҡарап ҡайтҡандарҙан Нун улы Йушағ менән Йефунне улы Калев, өҫтөндәге кейемдәрен йыртҡыслай-йыртҡыслай, Исраил халҡы йәмғиәтенә былай тине: – Беҙ ҡарап сыҡҡан ерҙәр ифрат яҡшы.
Explore Иҫәп 14:6-7
9
Иҫәп 14:21-23
Әммә барлығым һәм Раббының бөтә донъяны тултырасаҡ шөһрәте менән ант итәм: шөһрәтемде, Минең Мысырҙа һәм сүллектә ҡылған мөғжизәләремде күреп тә, Мине ун тапҡыр һынаған, әйткәнемде тыңламаған әҙәмдәрҙең береһе лә Мин аталарына ант итеп вәғәҙә биргән ерҙе күрмәҫ.
Explore Иҫәп 14:21-23
Home
Bible
Plans
Videos