1
Маҫҫайос 18:20
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Ҡайһы ерҙә ике йәки өс кеше Минең хаҡыма йыйыла, Мин шунда улар араһында буласаҡмын.
Compare
Explore Маҫҫайос 18:20
2
Маҫҫайос 18:19
Һеҙгә тағы әйтәм: арағыҙҙан икәүегеҙ ерҙә, үҙ-ара һөйләшеп-килешеп, нимә генә һораһағыҙ ҙа, күктәге Атам уны үтәйәсәк.
Explore Маҫҫайос 18:19
3
Маҫҫайос 18:2-3
Ғайса, бер баланы саҡырып алып, уларҙың уртаһына баҫтырҙы ла: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр һеҙ, үҙгәреп, балалар кеүек булмаһағыҙ, Күктәр Батшалығына бер ҡасан да инмәйәсәкһегеҙ, – тине.
Explore Маҫҫайос 18:2-3
4
Маҫҫайос 18:4
– Шулай итеп, кем ошо бала кеүек үҙен түбәнселек менән тота, шул Күктәр Батшалығында иң бөйөгө булыр.
Explore Маҫҫайос 18:4
5
Маҫҫайос 18:5
Кем Минең хаҡыма ошондай бер баланы ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә.
Explore Маҫҫайос 18:5
6
Маҫҫайос 18:18
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ ерҙә нимәне тыяһығыҙ, шуны күктә Алла ла тыясаҡ, ә ерҙә рөхсәт иткәнегеҙҙе, күктә Алла ла рөхсәт итәсәк.
Explore Маҫҫайос 18:18
7
Маҫҫайос 18:35
Әгәр туғанығыҙҙы ихлас күңелдән ғәфү итмәһәгеҙ, күктәге Атам да һеҙгә ҡарата шулай эшләйәсәк.
Explore Маҫҫайос 18:35
8
Маҫҫайос 18:6
Әммә Миңә ышанған бынау кесе йәндәрҙең берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып, диңгеҙ упҡынына батырһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.
Explore Маҫҫайос 18:6
9
Маҫҫайос 18:12
Нисек уйлайһығыҙ: әгәр ҙә бер кешенең йөҙ һарығы булһа, шуларҙың береһе аҙашып ҡалһа, ул, туҡһан туғыҙ һарығын тауҙа ҡалдырып, аҙашҡанын эҙләп китмәҫ инеме?
Explore Маҫҫайос 18:12
Home
Bible
Plans
Videos