1
Галаттарға 6:9
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Изгелек ҡылыуҙан арымайыҡ, әгәр туҡталмаһаҡ, шул саҡ уңышты ваҡытында урып алырбыҙ.
Compare
Explore Галаттарға 6:9
2
Галаттарға 6:10
Шуға күрә яйы сыҡҡан һайын һәр кешегә, бигерәк тә имандаштарға изгелек ҡылайыҡ.
Explore Галаттарға 6:10
3
Галаттарға 6:2
Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ – шулай итеп Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ.
Explore Галаттарға 6:2
4
Галаттарға 6:7
Алданмағыҙ: Алланы алдаштырыу мөмкин түгел – кеше ни сәсһә, шуны ура.
Explore Галаттарға 6:7
5
Галаттарға 6:8
Үҙенең гонаһлы тәбиғәтенә ярарға тырышып сәсеүсе – һәләкәт урыр, Рух яланында сәсеүсе Рухтан мәңгелек тормош алыр.
Explore Галаттарға 6:8
6
Галаттарға 6:1
Имандаштар, берәйһе ниндәйҙер гонаһ өҫтөндә тотола икән, һеҙ, кемде Алла Рухы йөрөтә, ипле генә итеп уны төҙәтегеҙ. Әммә, ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, һәр берегеҙ үҙ-үҙен күҙәтһен.
Explore Галаттарға 6:1
7
Галаттарға 6:3-5
Әгәр ҙә кемдер, үҙе тураһында ысынына ҡарағанда юғарыраҡ фекерҙә булып, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя икән, ул фәҡәт үҙ-үҙен алдай. Һәр кем үҙ эшен айыҡ баһалаһын, шул саҡта үҙен башҡалар менән сағыштырмайынса үҙ хеҙмәте менән ғорурлана алыр. Һәр кем үҙ төйөнсөгөн үҙе күтәрергә тейеш бит.
Explore Галаттарға 6:3-5
Home
Bible
Plans
Videos