Беҙҙең – мин һәм Һинең халҡыңдың – күңелеңә хуш булыуыбыҙҙың билдәһе нимә? Һинең беҙҙең менән барыуың түгелме? Шуның менән Һин беҙҙе ерҙәге бүтән ҡәүемдәрҙән айыраһың да инде.
Раббы Мусаға:
– Мин был үтенесеңде лә үтәйем, сөнки һин Минең күңелемә хушһың һәм Мин һине исемең менән беләм, – тип яуапланы.