– Бел: Мин Йәһүҙә ырыуынан Хурҙан тыуған Ури улы Бесалилды һайлап алып, уға Алла рухы иңдерҙем – зирәк аҡыл һәм һәләт, һәр эштә белем һәм оҫталыҡ бирҙем, – тине. – Ул алтын, көмөш һәм баҡырҙан төрлө әйберҙәр уйлап табыу һәм яһау оҫталығына эйә; тирәсәгә кейҙереү өсөн таш юна, шулай уҡ ағас семәрләй белә – һәр кәсепкә оҫта.