Шөһрәтенең байлығы менән һеҙгә эске яҡтан Үҙенең Рухы аша нығынырға ҡөҙрәт бирһен, иман тотоуыбыҙ аша күңелдәрегеҙҙә Мәсих йәшәһен, тип доға ҡылам. Һеҙ мөхәббәттә тамыр йәйгән һәм ныҡ торған хәлдә Алланың бөтөн изге кешеләре менән берлектә Мәсих мөхәббәтенең иңенә һәм буйына, бейеклегенә һәм тәрәнлегенә төшөнә алыуығыҙ һәм кеше аҡылы һыйҙыра алмаҫлыҡ был мөхәббәтте танып белеүегеҙ өсөн доға ҡылам. Шулай һеҙҙе Алланың бар тулылығы солғап алыр.