1
Ҡанун 4:29
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Әммә ул ерҙә Аллағыҙ Раббыны эҙләйәсәкһегеҙ. Әгәр Уны бөтә йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ.
Compare
Explore Ҡанун 4:29
2
Ҡанун 4:31
Сөнки Аллағыҙ Раббы – рәхимле Алла. Ул һеҙҙе ташламаҫ, һәләк итмәҫ һәм ата-бабаларығыҙға ант итеп төҙөгән килешеүҙе онотмаҫ.
Explore Ҡанун 4:31
3
Ҡанун 4:24
Сөнки Аллағыҙ Раббы – ялмап йотоусы ут; көнсөл Алла.
Explore Ҡанун 4:24
4
Ҡанун 4:9
Бары тик абай һәм иғтибарлы бул, үҙ күҙҙәрең менән күргәндәрҙе онотма, ғүмерең буйы хәтереңдә тот. Улар тураһында балаларыңа һәм ейәндәреңә һөйлә.
Explore Ҡанун 4:9
5
Ҡанун 4:39
Шуға күрә бөгөн Раббының юғарыла – күктә һәм түбәндә – ерҙә Алла икәнен, Унан башҡаһы юҡлығын бел һәм күңелеңә һалып ҡуй.
Explore Ҡанун 4:39
6
Ҡанун 4:7
Ялбарған саҡта Аллабыҙ Раббы беҙгә яҡын булған һымаҡ, аллалары шулай яҡын булған тағын берәй бөйөк халыҡ бармы икән?
Explore Ҡанун 4:7
7
Ҡанун 4:30
Башығыҙға ҡайғы килгәс, ошо һәләкәттәр ябырылғас, Аллағыҙ Раббыға ҡайтырһығыҙ һәм Уның һүҙенә ҡолаҡ һалырһығыҙ.
Explore Ҡанун 4:30
8
Ҡанун 4:2
Мин һеҙгә бирәсәк әмерҙәргә бер нәмә лә өҫтәмәгеҙ ҙә, кәметмәгеҙ ҙә. Аллағыҙ Раббының минең аша белдергән бойороҡтарын үтәгеҙ.
Explore Ҡанун 4:2
Home
Bible
Plans
Videos