Былай тине:
– Алланың исеменә мәңге-мәңгегә маҡтау-шөкөрана яуһын!
Сөнки Ул – хикмәт һәм ҡөҙрәт эйәһе.
Ул заман һәм йылдарҙы үҙгәртә,
Батшаларҙы тәхеттән төшөрөп, тәхеткә ултырта,
Аҡыллыға – аҡыл, аңлыларға белем бирә.
Тәрән һәм йәшерен серҙәрҙе аса,
Ҡараңғылыҡта нимә булғанды белә,
Яҡтылыҡ – гел Уның хозурында.