Теҡоғала һарыҡ үрсетеүселәрҙең береһе булған Ғамостың һүҙҙәре. Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ һәм Исраил батшаһы Йеһоаш улы Яровғам хакимлыҡ иткән осорҙа, ер тетрәрҙән ике йыл алда, Ғамосҡа Исраил тураһында күренмеш булды.
Ғамос былай тине:
«Сиондан гөрһөлдәй Раббы,
Йәрүсәлимдән Уның тауышы күкрәй,
Көтөүлектәр тотош сатнап кибә,
Кармәл тауының түбәһе ҡорой».