Алла ғәҙел: Ул һеҙҙе ғазаптарға дусар итеүселәргә ғазап бирер, ә һеҙгә, яфа сигеүселәргә, беҙҙең менән бергә тыныслыҡ бүләк итер. Был Раббы Ғайса күктән Үҙенең ҡеүәтле фәрештәләре менән ут ялҡынында килгәнендә һәм Алланы һанға һуҡмаған, Раббы Ғайса тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә ҡолаҡ һалмаған кешеләрҙе язаға тарттырғанында булыр.