Сөнки, хаҡлыҡ юлын танып белгәндән һуң, үҙҙәренә тапшырылған тормош менән йәшәү тигән изге бойороҡтан кире ҡайтыуға ҡарағанда, ул юлды бөтөнләй белмәһәләр, улар өсөн яҡшыраҡ булған булыр ине. Ундай кешеләр тураһында мәҡәлдәрҙә дөрөҫ әйтелгән: «эт үҙ ҡоҫҡолоғона әйләнеп ҡайта» һәм «йыуындырылған сусҡа бысраҡта аунарға бара».