1
ІІ Коринҫостарға 4:18
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Шуға ла беҙ әле күренгәнгә түгел, ә күренмәгәнгә иғтибарыбыҙҙы туплайбыҙ, сөнки күренгәне – ваҡытлыса, күренмәгәне иһә – мәңгелек.
Compare
Explore ІІ Коринҫостарға 4:18
2
ІІ Коринҫостарға 4:16-17
Бына шуның өсөн беҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ. Киреһенсә, тәнебеҙ сереп тарҡала барһа ла, асылыбыҙ көндән-көн яңыра. Үтеп китә торған еңелсә ғазап кисереүебеҙ сиктән тыш ҙур һәм хайран ҡалырлыҡ мәңгелек дан килтерер.
Explore ІІ Коринҫостарға 4:16-17
3
ІІ Коринҫостарға 4:8-9
Беҙҙе һәр яҡлап ҡыҫырыҡлайҙар, әммә бирешмәйбеҙ; йыш ҡына ни эшләргә белмәй аптырашта ҡалабыҙ, әммә өмөтһөҙлөккә бирелмәйбеҙ; беҙҙе эҙәрлекләйҙәр, ләкин Алла беҙҙе ташламай; беҙҙе аяҡтан йығалар, ләкин һәләк булмайбыҙ.
Explore ІІ Коринҫостарға 4:8-9
4
ІІ Коринҫостарға 4:7
Әммә беҙ – ни бары хазина һаҡлаған балсыҡ һауыттар ғына. Бының менән был саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә.
Explore ІІ Коринҫостарға 4:7
5
ІІ Коринҫостарға 4:4
Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томалаған һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың һыны булған Мәсихтең балҡышлы шөһрәтен күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең нурын күрмәйҙәр.
Explore ІІ Коринҫостарға 4:4
6
ІІ Коринҫостарға 4:6
«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла шөһрәтен танып белдек.
Explore ІІ Коринҫостарға 4:6
Home
Bible
Plans
Videos