Ә инде маҡтанырға теләһәм, аҡылһыҙ булмаҫ инем, сөнки һөйләгәнем дөрөҫ булыр ине. Әммә, берәү ҙә минең хаҡта күргәненән йә ишеткәненән яҡшыраҡҡа һанамаһын тип, үҙемде маҡтауҙан тыям.
Миңә ғәҙәттән тыш асылыштар бирелгәнлектән, мин маһайып китмәһен өсөн, тәнемә «сәнскәк» ҡаҙалды, ул – Иблис фәрештәһе. Артыҡ маһаймаһын тип, мине яфаларға ебәрелде.