Беҙ Ғайса Мәсихтән ишеткән һәм һеҙгә иғлан итә торған хәбәр шул: Алла – яҡтылыҡ һәм Унда һис ниндәй ҡараңғылыҡ юҡ. Әгәр ҙә беҙ: «Алла менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ», – тип әйтәбеҙ, әммә ҡараңғылыҡта ғүмер кисерәбеҙ икән, тимәк, беҙ ялғанлайбыҙ һәм хәҡиҡәт буйынса йәшәмәйбеҙ.