Белеп тор, Мин иртәгә ошо ваҡытта, Мысыр өҫтөнә шундай көслө боҙ яуҙырам – ундай боҙ-борсаҡтың Мысырға нигеҙ һалынған көндән алып бөгөнгә тиклем күрелгәне юҡ. Көтөү-көтөү малдарыңды ышыҡҡа ҡуй, яландағы һәр нәмәңде йәшер-тыҡшыр. Асыҡ ерҙә ҡалған, ышыҡҡа йәшенмәгән һәр кем – кеше лә, мал-тыуар ҙа – боҙ һуғыуҙан харап булыр“.