1
Римдарға 8:28
Инжил
BskNT14
Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға бөтөн нәмә файҙаға ғына.
Compare
Explore Римдарға 8:28
2
Римдарға 8:38-39
Үлем һәм йәшәү ҙә, фәрештәләр, күренмәгән етәкселәр һәм көстәр ҙә, хәҙерге һәм киләсәктәге нәмәләр ҙә, бейеклек һәм тәрәнлек тә, бар ителгән бер нәмә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша күрһәткән Алла мөхәббәтенән беҙҙе айыра алмаясағына ышанам.
Explore Римдарға 8:38-39
3
Римдарға 8:26
Шулай уҡ Рух та беҙгә ярҙам итә, сөнки беҙ көсһөҙ, нимә тураһында доға ҡылырға кәрәклеген дә белмәйбеҙ, ә Рух Үҙе һүҙ аша әйтеп булмаҫлыҡ көрһөнөү менән беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.
Explore Римдарға 8:26
4
Римдарға 8:31
Быларға өҫтәп тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?
Explore Римдарға 8:31
5
Римдарға 8:1
Шулай итеп, Ғайса Мәсихтеке булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ.
Explore Римдарға 8:1
6
Римдарға 8:6
Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау – үлемгә, ә Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә
Explore Римдарға 8:6
7
Римдарға 8:37
Ләкин быларҙың барыһында ла беҙҙе Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ.
Explore Римдарға 8:37
8
Римдарға 8:18
Әлеге ваҡытлы ғазаптарыбыҙҙың, беҙҙең өсөн тәғәйенләнгән һәм киләсәктә асыласаҡ дан менән сағыштырғанда, бер ни ҙә түгел икәнлегенә ышанам.
Explore Римдарға 8:18
9
Римдарға 8:35
Мәсих мөхәббәтенән беҙҙе нимә айыра ала? Ҡайғымы әллә ҡыҫырыҡлауҙар, эҙәрлекләүҙәрме, аслыҡмы әллә яланғаслыҡмы, хәүефме әллә ҡылысмы?
Explore Римдарға 8:35
10
Римдарға 8:27
Йөрәктәрҙе үтә күреүсе Алла өсөн Рухтың уйҙары асыҡ, сөнки Рух, Алла ихтыяры буйынса, Уның изге халҡы өсөн Уға үтенә.
Explore Римдарға 8:27
11
Римдарға 8:14
Алла Рухын йөрөтөүселәрҙең бөтөнөһө лә – Алла балалары.
Explore Римдарға 8:14
12
Римдарға 8:5
Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр шул тәбиғәт теләктәре буйынса ғына фекер йөрөтә, Изге Рух буйынса йәшәүселәр иһә Рух теләге тураһында хәстәрләй.
Explore Римдарға 8:5
13
Римдарға 8:32
Үҙ Улын йәлләмәйенсә, Уны бөтөнөбөҙ өсөн биргән Алла, Улы менән бергә башҡа бөтөн нәмәләрҙе лә беҙгә бүләк итмәҫме?
Explore Римдарға 8:32
14
Римдарға 8:16-17
Алла Рухы Үҙе рухыбыҙға беҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы раҫлай. Алла балалары булғас, беҙ – вариҫтар. Тимәк, Алланың вариҫтары һәм Мәсихтең вариҫташтары. Мәсих менән бергә михнәт кисерәбеҙ икән, Уның данын да уртаҡлашасаҡбыҙ.
Explore Римдарға 8:16-17
15
Римдарға 8:7
сөнки гонаһлы тәбиғәте буйынса фекер йөрөткән кеше – Аллаға дошман, ул Алла ҡанунына буйһонмай ҙа, буйһона ла алмай.
Explore Римдарға 8:7
16
Римдарға 8:19
Алла тарафынан яратылғандарҙың барыһы ла Уның Үҙ балаларын күрһәтеүен түҙемһеҙлек менән көтә.
Explore Римдарға 8:19
17
Римдарға 8:22
Алла яратҡандарҙың барыһының да, тулғаҡ ғазабы кисергән ҡатын кеүек, әлегә тиклем ыңғырашҡанын һәм ғазапланғанын беләбеҙ бит.
Explore Римдарға 8:22