1
Римдарға 12:2
Инжил
BskNT14
Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡлай алырһығыҙ.
Compare
Explore Римдарға 12:2
2
Римдарға 12:1
Шулай итеп, имандаштар, Алла шәфҡәте хаҡына һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙҙе Аллаға яраҡлы тере изге ҡорбан итеп тәҡдим итегеҙ, был Аллаға һеҙҙең ихлас ғибәҙәтегеҙ булыр.
Explore Римдарға 12:1
3
Римдарға 12:12
Үҙегеҙҙә булған өмөткә ҡыуанығыҙ, ҡайғыларҙа ныҡ булығыҙ, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.
Explore Римдарға 12:12
4
Римдарға 12:21
Яманлыҡтан еңелмә, ә яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең.
Explore Римдарға 12:21
5
Римдарға 12:10
Бер-берегеҙҙе туғандарса эскерһеҙ яратығыҙ, бер-берегеҙҙе үҙегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ хөрмәт итегеҙ.
Explore Римдарға 12:10
6
Римдарға 12:9
Мөхәббәтегеҙ саф күңелдән булһын, яманлыҡҡа нәфрәтле, яҡшылыҡҡа тоғро булығыҙ.
Explore Римдарға 12:9
7
Римдарға 12:18
Әгәр мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ.
Explore Римдарға 12:18
8
Римдарға 12:19
Ҡәҙерлеләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Үс алыу – Минең эшем. Әжерен Үҙем ҡайтарырмын, ти Раббы».
Explore Римдарға 12:19
9
Римдарға 12:11
Тырышлығығыҙҙы һүлпәнәйтмәгеҙ, Изге Рух менән янып тороғоҙ, Раббыға хеҙмәт итегеҙ.
Explore Римдарға 12:11
10
Римдарға 12:3
Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман миҡдарынан сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ.
Explore Римдарға 12:3
11
Римдарға 12:17
Бер кемгә лә яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылмағыҙ, киреһенсә, тормош рәүешегеҙ бөтөнөһө өсөн дә өлгө булып торһон.
Explore Римдарға 12:17
12
Римдарға 12:16
Бер-берегеҙ менән килешеп йәшәгеҙ, тәкәббер булмағыҙ, шулай уҡ ябай кешеләр менән аралашығыҙ, үҙегеҙҙе булғанынан аҡыллыраҡ һанамағыҙ.
Explore Римдарға 12:16
13
Римдарға 12:20
Киреһенсә, «дошманың ас булһа, тамағын туйҙыр, һыуһаған булһа, һыуһынын ҡандыр. Был изгелекте ҡылып, һин уны шул тиклем оялтасаҡһың, оятынан „янып үлерҙәй“ буласаҡ».
Explore Римдарға 12:20
14
Римдарға 12:14-15
Һеҙҙе эҙәрлекләүселәргә Алланан фатиха һорағыҙ. Фатиха һорағыҙ, ҡарғамағыҙ. Ҡыуанғандар менән бергә ҡыуанығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ.
Explore Римдарға 12:14-15
15
Римдарға 12:13
Мохтажлыҡ кисергән имандашығыҙ менән үҙегеҙҙекен бүлешегеҙ, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтегеҙ.
Explore Римдарға 12:13
16
Римдарға 12:4-5
Тәнебеҙҙә ағзалар күп, бөтөн ағзалар ҙа бер үк эш башҡармаған кеүек, беҙ ҙә, күп булһаҡ та, Мәсихтә бер тән тәшкил итәбеҙ, тик һәр беребеҙ айырым-айырым бер-беребеҙҙең ағзалары булып торабыҙ.
Explore Римдарға 12:4-5