Сөнки, хаҡлыҡ юлын танып белгәндән һуң, үҙҙәренә тапшырылған тормош менән йәшәү тигән изге әмерҙән кире ҡайтыуға ҡарағанда, ул юлды бөтөнләй белмәһәләр, улар өсөн яҡшыраҡ булған булыр ине. Ундай кешеләр менән ни булғанлығы тураһында мәҡәлдәрҙә дөрөҫ әйтелгән: «эт үҙ ҡоҫоғона әйләнеп ҡайта» һәм «йыуындырылған сусҡа бысраҡта аунарға бара».