1
Маркус 10:45
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, Үҙенең йәнен фиҙа ҡылып, күптәрҙе азат итергә килде.
ஒப்பீடு
Маркус 10:45 ஆராயுங்கள்
2
Маркус 10:27
Ғайса уларға ҡарап: – Кешеләр өсөн был мөмкин түгел, ләкин Алла өсөн бөтәһе лә мөмкин, – тине.
Маркус 10:27 ஆராயுங்கள்
3
Маркус 10:52
Ғайса уға: – Бар, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине. Был кеше шунда уҡ күрә башланы һәм юл буйлап Ғайсаға эйәреп китте.
Маркус 10:52 ஆராயுங்கள்
4
Маркус 10:9
Шулай булғас, Алла бергә ҡушҡанды кеше айырмаһын.
Маркус 10:9 ஆராயுங்கள்
5
Маркус 10:21
Ғайса уға яратып ҡараны ла: – Һиңә бер генә нәмә етмәй. Бар, булған мөлкәтеңде һат та фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Шунан кил дә Миңә эйәр, – тине.
Маркус 10:21 ஆராயுங்கள்
6
Маркус 10:51
– Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораны Ғайса. – Остаз, күҙҙәрем күрһен ине! – тине һуҡыр.
Маркус 10:51 ஆராயுங்கள்
7
Маркус 10:43
Ә һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа кем бөйөк булырға теләй, шул башҡаларға хеҙмәтсе булһын.
Маркус 10:43 ஆராயுங்கள்
8
Маркус 10:15
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Алла Батшалығын балалар һымаҡ ҡабул итмәй, шул унда инмәйәсәк.
Маркус 10:15 ஆராயுங்கள்
9
Маркус 10:31
Әммә беренсе булғандарҙың күбеһе – һуңғы, һуңғылар беренсе булыр.
Маркус 10:31 ஆராயுங்கள்
10
Маркус 10:6-8
Тәүҙән үк, бөтә нәмәне бар иткәндә, Алла «уларҙы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ итеп яратты». «Шуға күрә ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм икеһе бер тән булырҙар». Тимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн.
Маркус 10:6-8 ஆராயுங்கள்
முகப்பு
வேதாகமம்
வாசிப்புத் திட்டங்கள்
காணொளிகள்