Logoja YouVersion
Ikona e kërkimit

Филиппойҙарға 1

1
Сәләмләү
1Ғайса Мәсихтең ҡолдары Паулус менән Тимоҫеустан Филиппойҙағы имандаштар берҙәмлегенең етәкселәре һәм ярҙамсыларына, Ғайса Мәсихтәге бар изгеләргә сәләм. 2Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!
Доға ҡылыу
3Һеҙҙе иҫкә төшөргән һайын Аллама рәхмәттәр уҡыйым, 4бөтәгеҙ өсөн ҡылған доғаларымды һәр ваҡыт ҙур шатлыҡ менән башҡарам, 5сөнки тәүге көндән башлап бөгөнгә тиклем Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа ҡатнашаһығыҙ. 6Тормошоғоҙҙа изгелекле эш башлаған Алла уны Ғайса Мәсих килгән көнгә тиклем тамамлар, тип ышанам. 7Миңә һеҙҙең бөтәгеҙ тураһында ла шулай тип уйларға нигеҙ бар, сөнки һеҙ минең йөрәгемдә урын алдығыҙ. Төрмәлә булған ваҡытта ла, Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда ла, барығыҙ ҙа минең менән Алла мәрхәмәтен бүлешәһегеҙ. 8Барығыҙҙы ла Ғайса Мәсих һөйөүе менән яратыуыма һәм һағыныуыма Алла шаһит. 9Мөхәббәтегеҙ белем, тәрән аң-зиһен менән тулыланып артҡандан-арта барһын, тип доға ҡылам. 10Һеҙ иң яҡшыны һайлап ала белһен, Мәсих килер көнгә саф һәм кәмселекһеҙ булһын, 11Алланы данлау һәм маҡтау өсөн Ғайса Мәсих аша килгән хаҡлыҡ емештәрен мул килтерһен, тип доға ҡылам.
Йәшәү – ул Мәсих
12Имандаштар, минең менән булған хәлдәрҙең дә Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа файҙа килтергәнен белеүегеҙҙе теләйем. 13Һөҙөмтәлә Мәсих хаҡына тотҡонда булыуым ҡайсар һаҡсыларына ла, башҡаларға ла мәғлүм булды. 14Ә имандаштарыбыҙҙың күбеһенең, тотҡонда булыуымды белеп, Раббыға ышаныстары нығынды, Алла һүҙен тағы ла ҡыйыуыраҡ, ҡурҡмайынса вәғәзләй башланылар.
15Шуныһы ла хаҡ: ҡайһы берәүҙәр Мәсихте көнсөллөк тойғоһо һәм бер-береһенән уҙҙырырға тырышыу арҡаһында вәғәзләй, әммә икенселәре был эште иң яҡшы ниәт менән башҡара. 16Былары, минең Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлау өсөн Алла тарафынан төрмәгә бикләнгәнемде белеп, мөхәббәткә таянып эш итә. 17Тәүгеләре иһә ысын күңелдән түгел, ә үҙҙәренә файҙа эҙләгәндән, төрмәләге хәлемде ауырайтыу өсөн Мәсихте вәғәзләй. 18Әммә уныһы әһәмиәтле түгел. Мәсихте нисек кенә вәғәзләмәһендәр, ике йөҙлөлөк менәнме, ихласмы – мин быға шатмын. Артабан да ҡыуанасаҡмын ғына, 19сөнки беләм: әлеге хәлем һеҙҙең доғаларығыҙ һәм Ғайса Мәсих Рухының ярҙамы менән мине ҡотолоуға илтер. 20Бер ниндәй хәл дә мине хурлыҡҡа төшөрә алмауына, һәр ваҡыттағыса хәҙер ҙә ҡыйыу булырыма һәм, йәшәйемме мин, үләмме, Мәсихте бөтә йәнем-тәнем менән данларыма өмөтләнәм һәм ашҡынып көтәм. 21Минең өсөн йәшәү – ул Мәсих, ә үлем – табыш. 22Әгәр ҙә артабан да йәшәйем икән, был эшемдең уңышлы булыуын аңлата. Был осраҡта ҡайһыныһын һайлармын – белмәйем. 23Мин ике юл сатында торам. Был донъяны ҡалдырып, Мәсих менән бергә булырға тигән теләгем бар, һәм был күпкә яҡшыраҡ. 24Әммә һеҙҙең өсөн минең был донъяла ҡалыуым мөһимерәк. 25Быға ныҡ инанғанлыҡтан, һеҙҙең менән ҡалып, ҡыуанысығыҙҙың, имандағы уңышығыҙҙың үҫеүе хаҡына барығыҙ менән бергә булырмын. 26Янығыҙға ҡабат килгәндә, һеҙ минең өсөн Ғайса Мәсихтә тағы ла нығыраҡ ғорурлана аласаҡһығыҙ.
27Нисек кенә булмаһын, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә лайыҡлы йәшәгеҙ. Мин киләмме, яңынан һеҙҙе күрәмме, әллә килмәйемме – берҙәм булыуығыҙҙы һәм иңгә-иң терәп, Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу хаҡына көрәшеүегеҙҙе ишетеп торорға яҙһын. 28Бер ниндәй осраҡта ла үҙегеҙгә ҡаршы булған кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ: был – уларға һәләкәт, ә һеҙҙең өсөн ҡотолоу билдәһе. Был – Алла эше, 29сөнки һеҙгә Мәсихкә ышаныу ғына түгел, ә Уның өсөн ғазаптар сигеү ҙә бирелде. 30Һеҙ мин алып барған көрәште үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ, ишетеп тә тораһығыҙ һәм шулай уҡ көрәшәһегеҙ.

Thekso

Ndaje

Kopjo

None

A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr