Logoja YouVersion
Ikona e kërkimit

Иҫәп 34

34
Ҡәнғән ере сиктәре
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Исраилдарға шуны бойор: Ҡәнғән еренә ингәс, унда Мин һеҙгә бирәсәк биләмәләрҙең сиктәре түбәндәгесә булыр.
3Көньяҡтағы сиктәрегеҙ Цин сүленән һәм Эдом сиктәре буйынса һуҙылыр. Ул сигегеҙ Тоҙло диңгеҙҙең көньяҡ осонан көнсығышта башланыр. 4Унан көньяҡҡа Ғаҡраббим тарлауығына тартылыр һәм Цин аша үтер, унан көньяҡтан Ҡадеш-Барнеағҡа табан сығыр, шунан Хасар-Аддарға тартылыр һәм Ғасмон аша үтер. 5Ғасмондан Мысыр сигендәге йылғаға табан боролор ҙа, Бөйөк диңгеҙ#34:5 Бөйөк диңгеҙ – йәғни Урта диңгеҙ. буйында тамамланыр.
6Көнбайыш сиктәрегеҙ Бөйөк диңгеҙ буйлап үтер. Был – көнбайыш сиктәрегеҙ.
7Бына һеҙҙең төньяҡ сигегеҙ. Уны Бөйөк диңгеҙҙән – Һор тауына, 8Һорҙан Лево-Хамаҫҡа тиклем үткәрегеҙ. Артабан сик Седадҡа тартылыр; 9унан Зифронға тиклем дауам итер ҙә, Хасар-Ғенанға етеп туҡтар. Был – һеҙҙең төньяҡ сиктәрегеҙ.
10Көнсығыш сикте Хасар-Ғенандан Шефамға ҡарай үткәрегеҙ, 11Шефамдан сик Ғайндың көнсығышынан Ривлаға тартылыр, шунан көнсығыштан Киннереҫ күле ярҙарына терәлер. 12Сик артабан Иордан йылғаһы буйлап төшөр ҙә Тоҙло диңгеҙгә етеп туҡтар.
Был һеҙҙең илегеҙ булыр. Уның сиктәре шулай.
13Муса Исраил халҡына шуны бойорҙо:
– Раббы туғыҙ ырыуға һәм Менашшеның ярты ырыуына бирергә ҡушҡан ерҙәр ошо, һеҙ уны йәрәбә буйынса бүлеп алырһығыҙ. 14Ә Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары ғаиләләре менән, Менашше ырыуының икенсе яртыһы һымаҡ уҡ, 15биләмә ерҙәрен Йерихо ҡаршыһынан, Иордандың көнсығыш тарафында алды.
16Раббы Мусаға былай тине:
17– Бына ерҙе һеҙгә бүлеп бирәсәк кешеләрҙең исемдәре: Әлғазар ҡаһин һәм Нун улы Йушағ. 18Ер бүлергә һәр ырыуҙан берәр башлыҡты алығыҙ. 19Уларҙың исемдәре:
Йәһүҙә ырыуынан Йефунне улы Калев;
20Шимғон ырыуынан – Ғаммиһуд улы Шемуил;
21Бинйәмин ырыуынан – Кислон улы Әлидад;
22Дан ырыуынан – ырыу башлығы Буккий Йогли улы;
23Йософтоң улы Менашше ырыуынан – ырыу башлығы Ханниил Эфод улы;
24Әфраим ырыуынан – ырыу башлығы Ҡемуил Шифтан улы;
25Зевулун ырыуынан – ырыу башлығы Әлисафан Парнах улы;
26Исасхар ырыуынан – ырыу башлығы Палтиил Ғаззан улы;
27Ашер ырыуынан – ырыу башлығы Ахиһуд Шеломи улы;
28Нафтали ырыуынан – ырыу башлығы Педаһил Ғаммиһуд улы.
29Ҡәнғән ерендә исраилдарға биләмәләр бүлергә Раббы ошо кешеләргә бойорҙо.

Aktualisht i përzgjedhur:

Иҫәп 34: БашИЯ2023

Thekso

Ndaje

Kopjo

None

A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr