Logoja YouVersion
Ikona e kërkimit

Иҫәп 32

32
Ер бүлешеү
1Рәүвән менән Ғад тоҡомдарының мал-тыуары ғәйәт күп ине. Яғзер менән Ғилғәд ерҙәренең көтөү йөрөтөүгә яраҡлы икәнен күргәс, 2Ғад менән Рәүвән улдары Муса менән Әлғазар ҡаһинға һәм йәмғиәт башлыҡтарына килеп:
3– Ғатароҫ менән Дивон, Яғзер менән Нимра, Хешбон менән Әлғәле, Севам менән Нево һәм дә Беғон – 4Исраил йәмғиәте өсөн Раббы яулаған ерҙәр – көтөү йөрөтөргә яраҡлы, ә беҙ ҡолдарыңдың мал-тыуары бар бит, – тинеләр. 5Шунан дауам иттеләр:
– Әгәр күңелеңә хуш килһәк, шул биләмәләрҙе мөлкәт итеп беҙ ҡолдарыңа бирсе, Иордан аша сығарма беҙҙе.
6Муса Ғад менән Рәүвән улдарына былай тине:
– Туғандарығыҙ яуға китер, ә һеҙ бында ҡалырһығыҙмы? 7Ниңә һеҙ исраилдарҙың Раббы бирәсәк ергә барыу теләген һүндерәһегеҙ? 8Мин Ҡадеш-Барнеағтан шул ерҙәрҙе ҡарарға тип атайҙарығыҙҙы ебәргәс, улар ҙа шулай иткәйне: 9Әшкол үҙәненә барып еттеләр, Раббы уларға бирергә вәғәҙә иткән ерҙе күрҙеләр, ләкин исраилдарҙы унда барыуҙан кире һүрҙеләр. 10Шул көндө Раббының асыуы ялҡынланды, 11Ул: «Мысырҙан сыҡҡан был кешеләрҙең егерме йәше тулғандары һәм унан өлкәндәре Мин ант итеп Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм дә Яҡупҡа вәғәҙә иткән ерҙе күрмәйәсәк, сөнки улар Миңә ысын күңелдән эйәрмәне. 12Ул ергә ҡынизи Йефунне улы Калев менән Нун улы Йушағ ҡына барып етер, сөнки улар Раббыға ысын күңелдән эйәрҙе», – тип ант итте.
13Раббының Исраилға ҡаршы асыуы ялҡынланды, Ул Раббы алдында яманлыҡ ҡылған был быуын тулыһынса үлеп бөткәнсе уларҙы ҡырҡ йыл сүллек буйлап йөрөттө.
14Эй гонаһлылар быуыны, атайҙарығыҙға оҡшап, хәҙер һеҙ Раббының Исраилға асыуын тағы ла нығыраҡ ҡабартаһығыҙ. 15Раббынан йөҙ сөйөрһәгеҙ, Ул исраилдарҙы йәнә сүллектә ҡалдырасаҡ, ә һеҙ халыҡты тамам һәләк иттерәсәкһегеҙ.
16Рәүвән һәм Ғад улдары, Муса эргәһенә килеп, былай тине:
– Бында беҙ кәзә-һарығыбыҙға аҙбарҙар һәм балаларыбыҙға ҡалалар төҙөрбөҙ. 17Үҙебеҙ иһә ҡоралланырбыҙ ҙа исраилдарҙы тәғәйен ерҙәренә еткергәнсе алдарынан барырбыҙ, ә балаларыбыҙ, был ерҙәге сит халыҡтарҙан хәүеф-хәтәр күрмәһен өсөн, нығытылған ҡалаларҙа ҡалыр. 18Исраилдар үҙ биләмәләренә эйә булғансы өйҙәребеҙгә ҡайтмабыҙ. 19Беҙ улар менән бергә Иордандың аръяғында биләмә алмаясаҡбыҙ, сөнки беҙҙең биләмәләр – бында, Иордандың көнсығыш тарафында.
20Муса уларға былай тип яуап ҡайтарҙы:
– Әгәр ысынлап та әйткәнегеҙҙе эшләһәгеҙ, ҡоралланып, Раббы алдында яуға барһағыҙ, 21бөтә яугирҙәрегеҙ Раббы хозурында Иордан аръяғына сығып, Ул Үҙенең дошмандарын ҡырып бөткәнсе, 22ил Раббыға буйһонғансы алышһа, ул сағында боролоп ҡайтырһығыҙ. Шунда һеҙҙең Раббы алдында ла, Исраил йәмғиәте алдында ла бурысығыҙ үтәлгән булыр һәм был ерҙәр Раббы күҙендә һеҙҙең биләмәләрегеҙ булып иҫәпләнер. 23Ләкин шулай итмәһәгеҙ, Раббы алдында гонаһ ҡылған булырһығыҙ, гонаһ өсөн язаһын алырһығыҙ. 24Балаларығыҙға ҡалалар, кәзә-һарығығыҙға аҙбарҙар ҡороғоҙ, телегеҙ менән әйткәнде эшләгеҙ.
25Ғад менән Рәүвән улдары Мусаға былай тине:
– Хакимыбыҙ нисек бойорһа, беҙ ҡолдарың шуны үтәр. 26Балаларыбыҙ, ҡатындарыбыҙ, көтөүҙәребеҙ һәм бөтә мал-тыуарыбыҙ Ғилғәд ҡалаларында ҡалыр. 27Беҙ ҡолдарың иһә, бөтөнөбөҙ ҡоралланып, хакимыбыҙ әйткәнсә, Раббы хозурында һуғышҡа сығыр.
28Муса улар тураһында бойороғон Әлғазар ҡаһинға, Нун улы Йушағҡа, Исраил ырыуҙары башлыҡтарына еткерҙе.
29Уларға Муса былай тине:
– Ғад менән Рәүвән улдары, һәр береһе ҡоралланып, һеҙҙең менән Иордан аръяғына Раббы хозурында һуғышҡа сыҡһа һәм ул ерҙәр буйһондоролһа, Ғилғәд ерҙәрен уларға биләмәгә бирегеҙ. 30Әгәр инде һеҙҙең менән беренсе рәттәрҙә һуғышҡа бармаһалар, ул сағында әйҙә үҙҙәренең биләмәләре, һеҙҙең биләмәләр һымаҡ, Ҡәнғәндә булыуы менән ҡәнәғәтләнһендәр.
31Ғад менән Рәүвән улдары былай тип яуап бирҙе:
– Раббы һинең ҡолдарыңа ни тип бойорған, беҙ шуны эшләрбеҙ. 32Беҙ, ҡоралланып, Раббы алдында, Ҡәнғән еренә барырбыҙ, ә беҙҙең биләмәләр Иордандың был яғында булһын.
33Муса Ғад менән Рәүвән улдарына, Йософ улы Менашше ырыуының яртыһына ҡалалары, тирә-яҡ ерҙәре менән бергә әмөриҙәрҙең батшаһы Сихон батшалығын, Башандың Ғоғ батшалығын бирҙе. 34Ғад улдары нығытылған Дивон һәм Ғатароҫ, Ғароғер, 35Ғатароҫ-Шофан, Яғзер, Йогбеһа, 36Бейт-Нимра һәм Бейт-Һаран ҡалаларын төҙөнө һәм малдарына ҡуралар һалды. 37Рәүвән улдары Хешбон, Әлғәле, Ҡиръяҫаим, 38Нево һәм Бәғел-Меғон ҡалаларын – быларға икенсе исем ҡушылды – һәм Сивманы ҡабаттан төҙөнө, үҙҙәре торғоҙған ҡалаларға яңы исемдәр бирҙе.
39Менашше улы Махирҙың тоҡомдары Ғилғәдкә китте, уны алды һәм унда булған әмөриҙәрҙе ҡыуып сығарҙы. 40Муса Ғилғәдте Менашше улы Махирға бирҙе, һәм улар шунда төйәкләнде. 41Менашшеның улы Яир был төбәктә ауылдар биләне һәм уларҙы Яир ауылдары тип атаны. 42Новах та Ҡынаҫ менән уға буйһонған ауылдарҙы алды, Ҡынаҫты үҙенең исеме менән Новах тип атаны.

Aktualisht i përzgjedhur:

Иҫәп 32: БашИЯ2023

Thekso

Ndaje

Kopjo

None

A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr