Logoja YouVersion
Ikona e kërkimit

Иҫәп 24

24
1Билғам, Раббыға Исраилды фатихалау фарыз икәнлеген күреп, был юлы ишара эҙләп торманы, сүллеккә ҡарай йөҙөн борҙо. 2Билғам ырыу-ырыу булып урынлашҡан Исраил халҡын күрҙе. Шунда Билғамға Алла рухы иңде һәм 3ул пәйғәмбәрлек итергә тотондо:
«Беғор улы Билғам һөйләй,
Күҙе асыҡ кеше һөйләй.
4Алла һүҙҙәрен ишеткән,
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең күрһәткәнен күргән;
Ергә ҡапланһа ла, күҙе асыҡ булған заттың әйткәне:
5„Эй Яҡуп нәҫеле, сатырҙарың,
Эй Исраил, торлаҡтарың ниндәй күркәм!
6Йәйрәп ятҡан йәшел үҙән кеүек улар,
Йылға буйындағы баҡсаларҙай,
Раббы ултыртҡан йөҙйәшәр ҡыуаҡлығы
Һыу буйындағы кедр урманылай.
7Ботаҡтарынан һыу тамып торор,
Орлоҡтары мул һыу менән һуғарылыр,
Батшаһы уның Агагтан да өҫтөн булыр,
Уның батшалығы юғары күтәрелер.
8Алла уларҙы Мысырҙан алып сыҡты,
Сүл үгеҙенекеләй ғәйрәт Унда,
Дошман булған халыҡтарҙы ашап бөтә,
Һөйәктәрен уларҙың онтаҡлай,
Уғы менән ҡырып һала.
9Ата арыҫландай ятыр, инә арыҫландай –
Уны ҡалҡытырға кем һуң баҙнат итер?
Һине фатихалаусы булыр фатихалы,
Һине ҡарғаусы – ҡарғалһын!“»
10Балаҡтың Билғамға асыуы ҡабарҙы, ул ҡулын ҡулға һуғып былай тине:
– Мин һине дошмандарымды ҡарғарға саҡырҙым, ә һин бына өсөнсө тапҡыр инде уларҙы фатихалайһың. 11Ана бара юлың, ҡәҙер-хөрмәт итергә теләгәйнем, ләкин һине Раббы ундай хөрмәттән мәхрүм итте!
12-13Билғам иһә Балаҡҡа:
– Ебәргән илселәреңә: «Балаҡ миңә йорто тулы алтын-көмөшөн бирһә лә, изгелек ҡылыу өсөн дә, яманлыҡ ҡылыу өсөн дә үҙ ихтыярым менән Раббы әмерен аша атлап сыға алмайым. Раббы ни бойорһа, тик шуны ғына һөйләрмен», – тип әйтмәнемме ни? 14Бына үҙ яғыма ҡайтып китергә торам, кил, был халыҡтың һуңынан һинең халҡың менән ни ҡылырын һөйләп китәйем, – тине.
Билғамдың дүртенсе тапҡыр пәйғәмбәрлек итеүе
15Билғам йәнә пәйғәмбәрлек итергә тотондо:
«Беғор улы Билғам һөйләй,
Күҙе асыҡ кеше һөйләй,
16Алла һүҙҙәрен ишеткән һөйләй,
Юғарыларҙан Юғарының ихтыярына эйәргән,
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе күрһәткәнде күргән зат һөйләй,
Ергә ҡапланһа ла, күҙе асыҡ әҙәмдең һүҙе:
17„Уны мин күрәм, әммә әле түгел;
Күрәм уны, тик яҡындан түгел.
Йондоҙ ҡалҡыр Яҡуп нәҫеленән,
Исраил халҡынан – хакимлыҡ таяғы.
Моавтың сикәһен ҡыра һуғыр,
Шеҫ улдарының баш түбәһен иҙер.
18Дошманы Эдом баҫып алыныр,
Сеғир ҙа дошмандары аҫтында булыр,
Исраил көсәйгәндән көсәйер.
19Яҡуп нәҫеленән сыҡҡан кеше хаким булыр,
Ҡалаларҙа тере ҡалғандарҙы юҡ итер“».
Билғамдың һуңғы тапҡыр пәйғәмбәрлек итеүе
20Шунан һуң Билғам Ғәмәлек халҡына ҡараны ла пәйғәмбәрлек ҡылып әйтте:
«Ҡәүемдәр араһында ғәмәлек – беренсе,
Тик уны ла көтә һәләкәт».
21Артабан ул ҡыниҙарға күҙ төшөрҙө лә улар хаҡында пәйғәмбәрлек итте:
«Торлағың ныҡ һинең,
Ояң ҡаяла ҡоролған.
22Ләкин туҙҙырылырһың һин Ҡаин халҡы,
Ашшур һине әсирлеккә алып киткәс».
23Шунан пәйғәмбәрлек һүҙен әйтте:
«Аһ, Алла ошоларҙы ғәмәл ҡылғас,
Кемдәр генә иҫән ҡалыр икән?
24Киттимдән караптар килер,
Ашшурҙы ла, Ғевәрҙе лә ауыҙлыҡлар;
Тик уларға ла һәләкәт килер!»
25Шунан Билғам тороп тыуған иленә ҡайтырға сыҡты, Балаҡ та үҙ юлына китте.

Aktualisht i përzgjedhur:

Иҫәп 24: БашИЯ2023

Thekso

Ndaje

Kopjo

None

A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr