Иҫәп 22
22
Моав батшаһы Балаҡтың Билғамды саҡырыуы
1Исраилдар юлдарын дауам итте һәм Иордан аръяғында, Йерихо ҡалаһы ҡаршыһында, Моав тигеҙлегенә етеп туҡтаны. 2Сиппор улы Балаҡ исраилдарҙың әмөриҙәргә ни ҡылғанын күргәйне. 3Исраилдар бик күп булғанлыҡтан, моавтар ҡурҡыуға ҡалды. Исраилдарҙан ҡоттары алынған 4моавтар Мидйән аҡһаҡалдарына былай тине:
– Был өйөр, баҫыуҙы һыпырып ашап торған үгеҙгә оҡшап, тирә-яғыбыҙҙа һәммәһен ҡыра лабаһа.
Сиппор улы Балаҡ ул ваҡытта Моав батшаһы ине. 5Ул илселәрен тыуған яғына, Евфрат йылғаһын һыулаған Пеҫор ҡалаһына, Беғор улы Билғамды ярҙамға саҡырырға ебәрҙе:
– Бына, Мысырҙан бер халыҡ сыҡты ла бөтә ер йөҙөн ҡапланы, – тип әйтергә ҡушты уға. – Был халыҡ минең йәнәштә генә төпләнде. 6Бында килеп, минең өсөн ошо халыҡты ҡарға әле, сөнки ул минән көслөрәк. Һин ҡарғыш яуҙырһаң, бәлки, мин уны еңә һәм еремдән ҡыуып сығара алырмын. Шуны беләм: һин кемде фатихалаһаң – шул фатихалы, кемде ҡарғаһаң, шул ҡарғышлы була.
7Моав менән Мидйән аҡһаҡалдары, ырым-сихыр өсөн түләү хаҡы алып, Билғамға килделәр һәм Балаҡтың һүҙҙәрен еткерҙеләр. 8Билғам уларға былай тине:
– Был төндө ошонда ҡунығыҙ, Раббы миңә ни тиһә, шуны яуап итеп һеҙгә әйтермен.
Моав вәзирҙәре Билғам янында ҡалды.
9Алла Билғам эргәһенә килде лә һораны:
– Яныңдағы кешеләр кемдәр ул?
10Билғам Аллаға былай тип яуап бирҙе:
– Миңә уларҙы Моавтың батшаһы Балаҡ Сиппор улы ебәргән. 11«Бына, Мысырҙан бер халыҡ сыҡты, ер йөҙөн ҡаплап алды. Бында кил дә уны минең өсөн ҡарға, бәлки, шул сағында мин уның менән алыша һәм еремдән ҡыуып сығара алырмын», – тип әйтергә ҡушҡан.
12Алла Билғамға былай тине:
– Быларға эйәреп йөрөмә, теге халыҡты ҡарғама, сөнки ул фатихалы халыҡ.
13Билғам иртә менән торҙо ла Балаҡтың вәзирҙәренә:
– Үҙ ерегеҙгә ҡайтығыҙ, Раббы миңә һеҙҙең менән барырға рөхсәт итмәй, – тине.
14Моав башлыҡтары, Балаҡ янына ҡайтып, уға:
– Билғам беҙҙең менән килергә риза булманы, – тинеләр.
15Балаҡ беренсе барғандарға ҡарағанда ла дәрәжәлерәк вәзирҙәрен, тағы ла күмәгерәк итеп, Билғамға йәнә ебәрҙе. 16Улар Билғамға килде лә:
– Сиппор улы Балаҡ һиңә былай тип еткерергә ҡушты: «Миңә килеүҙән баш тартмасы. 17Мин һиңә бик тә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтермен, нимә әйтһәң, шуны эшләрмен. Кил, зинһар, был халыҡты минең өсөн ҡарға», – тине.
18Ләкин Билғам Балаҡтың илселәренә былай тип яуап бирҙе:
– Балаҡ хатта алтын-көмөш тулы йортон бирһә лә, Аллам Раббының бойороғона ҡаршы төшә алмайым, бәләкәй генә эш тә, ҙур ғәмәл дә ҡыла алмайым шул. 19Хәйер, һеҙ ҙә бында ҡунып китегеҙ. Раббы ни әйтер икән – тағы белешермен.
20Алла төндә Билғам эргәһенә килде лә былай тине:
– Был кешеләр һине саҡырырға килгән икән, тор ҙа улар менән бар, тик Мин һиңә нимә ҡушһам, шуны ғына эшлә.
Билғам һәм уның ишәге
21Иртән Билғам торҙо, ишәген эйәрләп менде лә Моав башлыҡтары менән китте. 22Әммә ул барғанға Алланың асыуы ҡабынды һәм Раббы фәрештәһе Билғамдың ҡаршыһына сығып баҫты. Билғам, ишәккә атланып, ике хеҙмәтсеһен эйәртеп, юл буйлап килә ине. 23Ишәк юлда ҡылыс тотоп торған Раббы фәрештәһен күргәс, боролоп баҫыуға инеп китте. Билғам, уны юлға сығармаҡ булып, һуҡҡыслай башланы. 24Унан һуң Раббы фәрештәһе ике йөҙөм баҡсаһы араһынан үткән юлдың иң тар еренә сығып баҫты, ике яғынан да – йөҙөмлөктө кәртәләгән ҡойма. 25Ишәк, Раббы фәрештәһен күреп, ҡоймаға һыйынды һәм Билғамдың аяғын ҡуша ҡыҫты. Хужаһы ишәкте тағы ла һуҡҡыслай башланы. 26Раббы фәрештәһе бынан да тарыраҡ урынға барып баҫты, унан уңға ла, һулға ла тайшанырлыҡ түгел ине. 27Ишәк, Раббы фәрештәһен күреп, Билғам менән ҡуша ергә ятты. Асыуы ҡабарған Билғам ишәкте таяҡ менән туҡмарға тотондо. 28Шунда Раббы ишәккә тел бирҙе, һәм ишәк Билғамдан:
– Минең һиңә ни зыяным тейҙе? Инде өсөнсө тапҡыр мине туҡмайһың, – тип һораны.
29– Мине мыҫҡыл иткәнең өсөн туҡмайым, әгәр ҡулымда ҡылыс булһа, шунда уҡ һине үлтерер инем, – тип яуапланы Билғам.
30Ишәк иһә Билғамға:
– Ғүмер баҡый менеп йөрөгән ишәгең түгелме ни мин? Ошондай ғәҙәтем бар инеме һуң? – тине.
Билғам:
– Юҡ, – тип яуап бирҙе.
31Раббы Билғамдың күҙен асты, ул юлда ҡылыс тотҡан Раббы фәрештәһенең баҫып торғанын күрҙе. Билғам тубыҡланып йөҙтүбән ергә ҡапланды. 32Уға Раббы фәрештәһе былай тине:
– Ниңә һин ишәгеңде инде өс тапҡыр туҡманың? Мин һине туҡтатырға тип сыҡтым, сөнки миңә был Раббы ихтыярынан тыш тотҡан юлың оҡшамай. 33Ишәгең, мине күреп, өс тапҡыр тайшанды, әгәр ул минән тайшанмаһа, һине үлтерер, ә уны тере ҡалдырыр инем.
34Билғам Раббы фәрештәһенә былай тине:
– Гонаһлымын, юлымда мине туҡтатырға теләп һин торғанды белмәнем. Әгәр һин хуп күрмәйһең икән, кире ҡайтам.
35Раббы фәрештәһе Билғамға былай тине:
– Был кешеләр менән бар, тик мин һиңә нимә әйтәм, уларға шуны ғына һөйлә.
Шулай итеп, Билғам Балаҡ башлыҡтары менән юлын дауам итте.
36Билғам килгәнен ишетеп, Балаҡ Моавтың сигендә Арнон буйындағы бер ҡалаға уны ҡаршы алырға килде. 37Балаҡ Билғамға:
– Һине саҡырып, кешеләр ебәрмәнемме ни мин? Ниңә килмәнең? Һиңә лайыҡлы ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә алмаҫ тинеңме әллә? – тине.
38Билғам Балаҡка:
– Бына бит, килдем, тик үҙемдән ни ҙә булһа әйтә аламмы ни инде? Алла телемә ни һалһа, шуны ғына һөйләрмен.
39Билғам Балаҡ менән юлға сыҡты һәм Ҡыръяҫ-Хусоҫҡа килеп етте. 40Балаҡ ҡорбан итеп үгеҙҙәр һәм һарыҡтар салдырҙы, Билғамға һәм уның менән булған вәзирҙәргә ит ебәртте. 41Икенсе көндө иртән Балаҡ Билғамды эйәртте лә уны Бамоҫ-Бәғел ҡалҡыулығына алып менде. Бынан Исраил халҡының бер өлөшө күренә ине.
Aktualisht i përzgjedhur:
Иҫәп 22: БашИЯ2023
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: