Logoja YouVersion
Ikona e kërkimit

Һошеяғ 9

9
Исраилдың язаға тарттырылыуы
1Ҡыуанма, Исраил,
Бүтән халыҡтар һымаҡ, шатланма –
Үҙ Аллаңдан ситләшеп, һин зина ҡылдың,
Игенле һәр ырҙында фәхешлек итеп, хаҡ алырға яратаһың.
2Ырҙын менән йөҙөм һыҡҡыс халыҡты туйындырмаҫ,
Яңы шарапҡа өмөттәре аҡланмаҫ.
3Раббы ерендә улар башҡаса ғүмер итмәҫ.
Әфраим Мысырға ҡайтыр,
Ашшурҙа нәжес ризыҡтар ашар.
4Раббыға түкмә ҡорбан ҡоймаҫтар,
Ҡорбандарын Ул хуш күрмәҫ:
Ҡорбандары хәсрәт икмәге һымаҡ булыр,
Уны ашаған һәр кем нәжесләнер.
Тәғәмдәре – тик үҙҙәре өсөн генә,
Тик Раббы йортона индерелмәҫ.
5Тантаналы көндә,
Раббының байрамында һеҙ нимә эшләрһегеҙ?
6Бәләнән ҡасһалар ҙа,
Уларҙы Мысыр буйһондорор,
Ноф ер ҡуйынына һалыр.
Саф көмөшөн ҡый үләне баҫыр,
Сатырҙарында сәнскәк үҫер.
7Ҡоһор көнө етте,
Яза көнө килде –
Белһен шуны Исраил!
Ғәйебеңдең сикһеҙ күплеге,
Дошманлығыңдың ҙурлығы арҡаһында,
Пәйғәмбәрҙе – ахмаҡ,
Рухлы әҙәмде диуана тип һанайһың.
8Пәйғәмбәр – Минең Алламдың
Эфраимға ҡуйған һаҡсыһы;
Әммә пәйғәмбәр ҡайҙа ғына барһа ла,
Уның юлдарында – тоҙаҡ,
Аллаһының йортонда дошманлыҡ көтә.
9Гивға көндәрендәге һымаҡ,
Әфраимдар ҡот осҡос боҙоҡлоҡҡа тарыны.
Раббы уларҙың ғәйептәрен иҫкә төшөрөр,
Гонаһтары өсөн яза бирер.
10«Сүлдә йөҙөм ҡыуағы тапҡандай,
Мин Исраилды таптым,
Мин ата-бабаларығыҙҙы
Емеше иртә өлгөргән инжир ағасылай күрҙем.
Улар иһә Бәғел-Пеғорға килде,
Күңелдәрен ерәнгес ботҡа бағышланы;
Үҙҙәре лә яратҡан боттары һымаҡ
Ҡәбәхәт хәлендә ҡалды.
11Әфраимдың күп һанлы нәҫеле – даны –
Ҡош һымаҡ осоп китер:
Тыуым да, йөккә уҙыу ҙа, яралыу ҙа булмаҫ.
12Бала табып үҫтерһәләр ҙә,
Берәүһен бер иҫән ҡалдырмаҫмын,
Уларҙы ташлап киткән сағымда
Баштарына ҡайғы килер.
13Мин Әфраимды күргәндә,
Көтөүлек ерендә ултыртылған
Йәш хөрмә ағасы кеүек ине.
Ә хәҙер Әфраим балаларын
Йән ҡыйыусы алдына алып сығырға тейеш».
14Эй Раббым, уларға әжерен бир,
Бала яралмай торған түлһеҙ ҡарын,
Һөтһөҙ күкрәк бир.
15«Гилгалдағы бар залимлыҡтары өсөн
Мин уларға шунда уҡ нәфрәтләнгәйнем.
Ҡылған яуызлыҡтары өсөн
Уларҙы йортомдан ҡыуып сығарам.
Бүтәнсә уларҙы яратмайым –
Бөтә башлыҡтары фетнәсел.
16Әфраим юҡ ителде!
Тамырҙары ҡороно,
Бүтәнсә емеш бирмәҫтәр.
Хатта улар бала тыуҙырһа ла,
Уларҙың ҡорһағында яралған
Көтөп алған емештәрен юҡ итермен».
17Минең Аллам кире ҡағыр уларҙы,
Сөнки Уға ҡолаҡ һалманылар.
Шуға ла ҡәүемдәр араһында
Толҡа тапмай гиҙәсәктәр.

Aktualisht i përzgjedhur:

Һошеяғ 9: БашИЯ2023

Thekso

Ndaje

Kopjo

None

A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr