Һошеяғ 3
3
Һошеяғ һәм уның хыянатсыл ҡатыны
1Раббы миңә:
– Башҡа бер ир менән уйнаш иткән ҡатыныңды әүәлгесә ярата бир – бүтән илаһтарға табынып, уларға саҙаҡа итеп килтерелгән йөҙөм көлсәләрен үҙ иткән Исраил халҡын Раббы ла шулай ярата, – тине.
2Шулай итеп, мин ун биш шекел көмөш һәм бер ярым хомер#3:2 Хомер – ашлыҡ, он үлсәү берәмеге, 220 л. арпаға ҡатынымды һатып алдым да:
3– Миндә әле оҙаҡ йәшәрһең, тик уйнаш итмә, башҡа ир менән зина ҡылма – шул саҡта мин һинеке булырмын, – тинем.
4Был Исраил халҡы оҙаҡ ваҡыт батшаһыҙ һәм башлыҡһыҙ, ҡорбанһыҙ һәм табыныу бағаналарһыҙ, эфодһыҙ һәм йорт илаһтарыһыҙ йәшәйәсәк тигәнде аңлата. 5Шунан Исраил халҡы боролоп үҙҙәренең Аллаһы Раббыны, батшалары Дауытты эҙләйәсәк, Раббы һәм уның игелектәре алдында тетрәнеп, киләсәктә Уға әйләнеп ҡайтасаҡ.
Aktualisht i përzgjedhur:
Һошеяғ 3: БашИЯ2023
Thekso
Ndaje
Kopjo
A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023