Logoja YouVersion
Ikona e kërkimit

Ҡанун 4

4
Мусаның халыҡҡа Раббы ҡанундарын үтәргә ҡушыуы
1Инде хәҙер, эй Исраил, мин һеҙгә өйрәтәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла. Уларҙы үтәһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, аталарығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә бирәсәк илгә килеп, уға хужа булырһығыҙ. 2Мин һеҙгә бирәсәк әмерҙәргә бер нәмә лә өҫтәмәгеҙ ҙә, кәметмәгеҙ ҙә. Аллағыҙ Раббының минең аша белдергән бойороҡтарын үтәгеҙ.
3Раббының Бәғел-Пеғор тауында нимәләр эшләгәнен үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ. Аллағыҙ Раббы Пеғорҙағы Бәғелгә табынған һәр кемде арағыҙҙан юҡ итте. 4Ә һеҙ, Аллағыҙ Раббыға тоғро булған өсөн, бөгөнгө көнгә тиклем бөтәгеҙ ҙә иҫәнһегеҙ.
5Ҡарағыҙ, мин, Аллам Раббы бойорғанса, һеҙ биләйәсәк ерҙә үтәргә тейешле ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы өйрәттем. 6Уларҙы һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ. Был башҡа халыҡтар күҙендә һеҙҙең аҡылығыҙҙы һәм белдеклелегегеҙҙе күрһәтер. Улар, был ҡағиҙәләр тураһында ишетеп: «Был бөйөк милләт, ысынлап та, аҡыллы һәм төплө фекерле», – тиер. 7Ялбарған саҡта Аллабыҙ Раббы беҙгә яҡын булған һымаҡ, аллалары шулай яҡын булған тағын берәй бөйөк халыҡ бармы икән? 8Бөгөн мин һеҙгә биргән был ҡанун һымаҡ ғәҙел ҡағиҙәләре һәм ҡарарҙары булған башҡа берәй бөйөк халыҡ бармы?
9Бары тик абай һәм иғтибарлы бул, үҙ күҙҙәрең менән күргәндәрҙе онотма, ғүмерең буйы хәтереңдә тот. Улар тураһында балаларыңа һәм ейәндәреңә һөйлә. 10Хоревта Аллаң Раббы ҡаршыһында баҫып торған көнөңдө иҫеңдән сығарма. Ул ваҡытта Раббы миңә былай тине: «Миңә халыҡты йый. Уларға һүҙҙәремде әйтеп ишеттерәйем. Ерҙә йәшәгән бөтә көндәрендә Минән ҡурҡырға өйрәнһендәр һәм балаларын да өйрәтһендәр».
11Бына һеҙ, яҡынлашып, тауҙың итәгенә баҫтығыҙ. Тау, ялҡыны күктәргә олғашып, яна ине. Тирә-яҡты ҡара болоттар менән ҡуйы ҡараңғылыҡ ҡаплағайны. 12Раббы һеҙҙең менән ут эсенән һөйләште. Һеҙ Уның һүҙҙәрен ишеттегеҙ, әммә рәүешен күрмәнегеҙ – бары тауыш ҡына бар ине. 13Ул һеҙгә килешеүен, йәғни һеҙгә үтәргә әмер иткән ун бойороғон иғлан итте. Уларҙы ике таҡтаташҡа яҙҙы. 14Шул саҡта Раббы миңә һеҙ биләмә итеп алыр өсөн барған ергә ингәс үтәргә тейешле ҡағиҙә һәм ҡанундарҙы өйрәтергә бойорҙо.
Боттарға табыныуҙан иҫкәртеү
15Раббы Хоревта ут эсенән һеҙҙең менән һөйләшкән көндө бер ниндәй ҙә рәүеш-ҡиәфәт күрмәнегеҙ. Шуға күрә һаҡ булығыҙ, 16-18юлдан яҙып, үҙегеҙгә ир йәки ҡатын, ерҙә йәшәгән берәй хайуан, йә күктә осҡан ҡош, ерҙә шыуышып йөрөгән йәнлек, йәки ерҙең тәрәнлектәрендә һыуҙа йәшәгән балыҡҡа оҡшаш һын эшләп, бот яһамағыҙ. 19Күҙҙәреңде күккә төбәп, ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы – барлыҡ күк ғәскәрен – күргәндә, алданма, эйелеп уларға табынма, сөнки Аллаң Раббы уларҙы күк аҫтындағы башҡа халыҡтарға өлөш итеп тәғәйенләне. 20Ә һеҙгә килгәндә иһә, бөгөн күргәнегеҙсә, Раббы һеҙҙе Үҙенең халҡы, Үҙ биләмәһе итер өсөн тимер иретә торған мейестән, Мысырҙан, алып сыҡты.
21Раббы һеҙҙең арҡала миңә асыуланды һәм минең Иордан аша сыҡмаясағым һәм Аллаң Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк күркәм ергә аяҡ баҫмаясағым хаҡында ант итте. 22Мин, Иордан аша сыҡмайынса, ошо ерҙә үлермен. Ә һеҙ уны аша сығырһығыҙ һәм шул күркәм ергә хужа булырһығыҙ. 23Аллағыҙ Раббының һеҙҙең менән төҙөгән килешеүен онотоуҙан, Аллағыҙ Раббы бойорғанса, нимәнелер һынландырған боттар яһауҙан һаҡ булығыҙ. 24Сөнки Аллағыҙ Раббы – ялмап йотоусы ут; көнсөл Алла.
25Һеҙ был ерҙә оҙаҡ йәшәрһегеҙ, балаларығыҙ һәм ейәндәрегеҙ тыуыр: әгәр һеҙ аҙып китеп, берәй нәмәгә оҡшатып һындар яһаһағыҙ һәм, Аллағыҙ Раббы күҙендә яман булғанды ҡылып, Уны асыуландырһағыҙ, 26бөгөн һеҙгә ер менән күкте шаһит ҡылып әйтәм, һеҙ Иордан аша сығып, биләмәгә аласаҡ ерегеҙҙе бик тиҙ юғалтырһығыҙ, унда оҙаҡ йәшәй алмаҫһығыҙ, мотлаҡ юҡ ителерһегеҙ. 27Раббы һеҙҙе башҡа халыҡтар араһына таратыр, унда һеҙҙең бик аҙығыҙ ғына иҫән ҡалыр. 28Унда һеҙ кеше ҡулы менән ағастан, таштан яһалған, күрмәгән, ишетмәгән, еҫ һиҙмәгән, ашамаған-эсмәгән илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ. 29Әммә ул ерҙә Аллағыҙ Раббыны эҙләйәсәкһегеҙ. Әгәр Уны бөтә йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. 30Башығыҙға ҡайғы килгәс, ошо һәләкәттәр ябырылғас, Аллағыҙ Раббыға ҡайтырһығыҙ һәм Уның һүҙенә ҡолаҡ һалырһығыҙ. 31Сөнки Аллағыҙ Раббы – рәхимле Алла. Ул һеҙҙе ташламаҫ, һәләк итмәҫ һәм ата-бабаларығыҙға ант итеп төҙөгән килешеүҙе онотмаҫ.
32Үткәндәр, һеҙгә тиклем булған дәүерҙәр, Алла ерҙә кешене яратҡандан алып быға тиклем булған замандар тураһында һораштырығыҙ, күктең бер сигенән икенсе сигенә тиклем эҙләп ҡарағыҙ: ҡасан да булһа ошондай бөйөк ваҡиғаларҙың булғаны йәки шуға оҡшаған эштәрҙең ишетелгәне булдымы икән? 33Ут эсенән һөйләшкән Алланың тауышын ишетеп тә иҫән ҡалған һеҙҙең кеүек башҡа берәй халыҡ бармы? 34Берәй алланың Аллағыҙ Раббы Мысырҙа күҙ алдығыҙҙа һеҙҙең өсөн эшләгән һымаҡ төрлө һынауҙар, хикмәт һәм мөғжизәләр ҡылғаны, һуғышып, ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы, оло дәһшәттәре менән килеп башҡа бер халыҡ араһынан Үҙенә халыҡ алырға баҙнат иткәне бармы?
35Былар һеҙгә фәҡәт Раббының ғына Алла булыуын һәм Унан башҡаһы юҡ икәнен белдерер өсөн күрһәтелде. 36Раббы һеҙгә өгөт-нәсихәт биреү өсөн күктән Үҙенең тауышын ишеттерҙе; ерҙә Ул һеҙгә бөйөк ут-ялҡынын күрһәтте, һәм ут эсенән һеҙ Уның һүҙҙәрен ишеттегеҙ. 37Аталарығыҙҙы яратҡанға күрә уларҙан һуң һеҙҙе, уларҙың тоҡомон һайланы һәм Үҙенең бөйөк ҡөҙрәте менән Мысырҙан алып сыҡты. 38Һеҙҙән көслөрәк тә, күберәк тә булған ҡәүемдәрҙе алдығыҙҙан ҡыуып, һеҙҙе алып килер, бына бөгөн үҙегеҙ күргәнсә, уларҙың ерҙәрен һеҙгә биләмәгә бирер өсөн шулай эшләне.
39Шуға күрә бөгөн Раббының юғарыла – күктә һәм түбәндә – ерҙә Алла икәнен, Унан башҡаһы юҡлығын бел һәм күңелеңә һалып ҡуй. 40Һинең үҙеңә, һинән һуң килгән балаларыңа яҡшы булһын өсөн һәм Аллаң Раббы һиңә мәңгелеккә биләмәгә бирәсәк ерҙә һеҙ оҙаҡ йылдар йәшәһен өсөн Раббының бөгөн мин һиңә белдергән ҡағиҙәләрен һәм бойороҡтарын үтә.
Һыйыныу ҡалалары
41Шунан Муса Иордан йылғаһының ҡояш сығышы яғында өс ҡаланы һайлап алды. 42Был шуның өсөн кәрәк ине: әгәр берәү, икенсе кешегә күңелендә дошманлыҡ һаҡламайынса, уны яңылышлыҡ менән үлтерһә, шул ҡалаларҙың береһенә ҡасып ғүмерен һаҡлап ҡала ала. 43Рәүвән ырыуының кешеләре өсөн сүлдә яҫы таулыҡта урынлашҡан Бәсәр, Ғад ырыуына Ғилғәдтәге Рамоҫ ҡалаһы һәм Менашше ырыуына Башандағы Голан ҡалаһы булды.
Ҡанунды иғлан итеү
44Бына Муса исраилдарға биргән ҡанун. 45-46Мысырҙан сыҡҡандан һуң, Муса исраилдарға белдергән күрһәтмәләр, ҡағиҙәләр һәм ҡанундар ошо. Муса уларҙы исраилдар Мысырҙан сыҡҡандан һуң, Иордан йылғаһының көнсығыш ярында Бейт-Пеғорға ҡаршы үҙәндә торғанда иғлан итте. Элек бында Хешбонда идара иткән әмөриҙәр батшаһы Сихондың ере ине. Әммә Муса һәм Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡандан һуң уны тар-мар итте. 47Уның һәм Башан батшаһы Ғоғтың ерҙәрен, Иордан йылғаһының көнсығышында йәшәгән ике әмөри батшаһының ерҙәрен үҙҙәренә биләмә итеп алдылар. 48Был ерҙәр Арнон үҙәнендәге Ғароғерҙан Сийон тауына, йәғни Хермонға тиклем һуҙыла 49һәм Писга тауының итәктәрендә Ғарава диңгеҙенә тиклемге араны, Иордандың көнсығыш ярындағы Ғарава тигеҙлеген үҙ эсенә ала.

Aktualisht i përzgjedhur:

Ҡанун 4: БашИЯ2023

Thekso

Ndaje

Kopjo

None

A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr