Logoja YouVersion
Ikona e kërkimit

Колоссайҙарға 4

4
1Хужалар, күктәрҙә үҙегеҙҙең дә Хужағыҙ барлығын иҫтә тотоп, ҡолдарығыҙға ҡарата намыҫлы һәм ғәҙел булығыҙ.
Өгөт-нәсихәттәр
2Арымай-талмай доға ҡылығыҙ. Доға ҡылғанда уяу булығыҙ һәм Аллаға шөкөр итегеҙ. 3Мәсихтең сере тураһында хәбәр итеү өсөн Алла беҙгә ишек асһын тип, беҙҙең хаҡҡа ла доға ҡылығыҙ, мин шул хәбәр өсөн тотҡонлоҡтамын. 4Минең кешеләргә ул серҙе тейешенсә аса алыуымды теләп доға ҡылығыҙ. 5Ят кешеләр менән, һәр уңайлы мөмкинлектән файҙаланып, аҡыллы мөғәмәлә итегеҙ. 6Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы, мауыҡтырғыс, тоҙ һалынған булһын, һәр кешегә нисек яуап бирергә кәрәклеген белегеҙ.
Сәләмдәр
7Минең турала һеҙгә ҡәҙерле имандашыбыҙ, тоғро хеҙмәтсе һәм Раббы эшендә хеҙмәттәшем Тухикус барыһын да һөйләп бирер. 8Мин уны һеҙгә хәлебеҙҙе хәбәр итеү һәм күңелдәрегеҙҙе күтәреү маҡсаты менән ебәрәм. 9Уны тоғро һәм ҡәҙерле имандашыбыҙ, яҡташығыҙ Онесимус менән бергә ебәрәм. Улар һеҙгә бындағы хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләр. 10Минең менән бергә тотҡонда булған Аристархос та, Барнабастың ике туғаны Маркус та сәләм ебәрә. Уның тураһында, әгәр янығыҙға килһә, ҡабул итегеҙ, тигән әмер алдығыҙ. 11Һеҙҙе Юстос ҡушаматлы Йеһошуағ та сәләмләй. Улар – миңә күңел йыуанысы, хеҙмәттәштәрем араһында Алла Батшалығы өсөн минең менән хеҙмәт итеүсе берҙән-бер йәһүдтәр. 12Һеҙгә Ғайса Мәсихтең ҡоло, яҡташығыҙ Әпәфрас та сәләм тапшыра. Ул һеҙҙең Алланың тулы ихтыярынса рухи яҡтан өлгөрөп еткән һәм иманда ныҡлы булыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә. 13Мин уның һеҙҙең хаҡҡа, шулай уҡ Лаодикея менән Һиераполистағы имандаштар хаҡына бик ауыр хеҙмәт башҡарыуына шаһитмын. 14Һеҙгә ҡәҙерле табип Лукас менән Демас та сәләм тапшыра. 15Лаодикеялағы имандаштарыбыҙға, шулай уҡ Нумфаға, уның өйөндә йыйыла торған берҙәмлеккә лә сәләм әйтегеҙ.
16Был хатты уҡығас, уны Лаодикеялағы берҙәмлеккә лә тапшырығыҙ, унда ла уҡыһындар. Лаодикеяға ебәрелгән хатты иһә үҙегеҙ ҙә уҡығыҙ. 17Архиппусҡа: «Иғтибарлы бул! Раббынан ҡабул иткән хеҙмәтте аҙағына тиклем үтә», – тип еткерегеҙ.
18Был сәләмде мин, Паулус, үҙ ҡулым менән яҙам. Минең тотҡонда икәнлегемде онотмағыҙ. Мәрхәмәт һеҙҙең менән булһын.

Thekso

Ndaje

Kopjo

None

A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr